• Без рубрики

    ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС! 

    Еңеүселәрҙе елле бүләктәр көтә Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан  Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы, Урал аръяғы Йәмәғәт башланғыстары берлеге менән берлектә “Иң тәүге нәфис сәскәләр бары һеҙгә, әсәләр!” исемле шиғыр һөйләүселәр интернет видеоконкурсы иғлан итә. Конкурста башҡорт телендә шиғыр һөйләргә яратҡан һәр кем ҡатнаша ала. Уларҙың видеояҙмалары 4 төркөмдә баһаланасаҡ. Һәр бер төркөмдөң абсолют еңеүсеһе «Умная колонка Яндекс.Станция»-һы менән бүләкләнәсәк.

Яндекс.Метрика