logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Ҡәҙим Аралбайға 80 йәш!

Ҡәҙим Әбделғәлим улы Аралбаев 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы) Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта, һәм ул шул уҡ йылда «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. 1977−1981 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһында яуаплы секретарь, 1981—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге инструкторы, 1988—1983 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993—2001 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә баш мөхәррир һәм директор була. Бер ни тиклем ваҡыт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.

Ижади эшмәкәрлеге
Ҡәҙим Аралбайҙың «Утлы кисеүҙәр» (1975), «Батыр яраһы» (1980), «Аҡ тирмә» (1982), «Һөйөүем йондоҙо» (1986), «Әле һуң түгел» (1989), «Мәслихәт» (1991), «Рух яҙыуы» (1995), «Таналыҡ тауышы» (2001) һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителде.

Гонец: стихи, поэма. — М. : Сов. писатель, 1983. — 83 с.; Уфа : Башкирское книжное издательство, 1983 — 83 с.; Бельские просторы. — 2001. — № 8. — С. 48-54, № 7. — С. 57-61.
Хозяин горы: современная сказка. — Уфа: Китап, 1997. — 24 с. ; Наш современник. — 1977. — N 4. — С. 27-35.
Знаешь ли ты свои корни? : научно-методическое пособие по подготовке и проведению народного праздника «Шежере байрамы». — Уфа : Белая река, 2006. — С.
Голоса веков //? Антология поэзии Башкортостана. — Уфа : Китап, 2007. — 455 с.
Батыр яраһы: поэмалар, шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1980. — 104 б.
Аҡ тирмә: поэмалар, шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1982. — 110 б.
Һөйөүем йондоҙо: шиғырҙар, балладалар, поэмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшр., 1986. — 110 б.
Әле һуң түгел : шиғырҙар. — Өфө, Башҡортостан китап нәшр., 1982. — 110 б.
Рух яҙыуы: шиғырҙар, ҡобайырҙар, робағиҙар, бәйеттәр, йырҙар. — Өфө: Китап, 1995. — 288 б.
Таңатар. Историко-краеведческое издание. Автор статей, составитель и редактор Кадим Аралбай. — Уфа: изд. Самрау, 2021. — 29 с.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011)
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991);
Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1996) премияһы лауреаты;
Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1984),
Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты (1998)
Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2000),
Фәтих Кәрим исемендәге премия лауреаты (Бишбүләк районы, 2009)
Назар Нәжми исемендәге премия лауреаты (2014)[1]
Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021)[?