Ир ҡәҙере илдә, тыуған ерендә булһын! йәки Иҫке Сибайҙа үткән “Бөркөттәр оя ташламай!” байрамынан һүрәтләмә
«Айыҡ ауыл» республика конкурсында ҡатнашыусы Иҫке Сибай ауылында быйыл төрлө әһәмиәтле саралар йыш үткәрелеп тора. Атап әйткәндә, бер генә көн дә буш үтмәй бында: йыл башында ауыл хакимиәте башлығы янында үткән киңәйтелгән кәңәшмәлә ҡабул ителгән планға ярашлы, ауыл төрлө спорт һәм мәҙәни сараларҙан гөрләп тора. Конкурсҡа барыһы ла берҙәм ҡушылды һәм айырым сәм һәм дәрт менән еңеүгә үҙ өлөшөн индереп ҡалырға тырыша. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан мәҙәниәт йортонда үткән ҙур байрам тантанаһы быға асыҡ миҫал.
Алда телгә алынған кәңәшмәлә ауыл Советы депутаттары, учреждениелар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, әүҙем йәмәғәтселәр бер тауыштан ир-егеттәрҙең бәҫен күтәреү, уларға ҡарата ихтирам һәм хөрмәт уятыу маҡсатында күләмле сара үткәреү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Оҙаҡҡа һуҙмай ғына Сибай ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сибай Сәмиғулла улы Утарбаевтың шәхсән етәкселеге аҫтында байрамға әҙерлек эштәре башланды. Хакимиәт башлығы өсөн генә түгел, бөтә ауыл халҡы, ойошма-учреждениелар етәкселәре, битараф булмағандар өсөн, көндө-төнгә ялғап йүгергән, тегеһен-быныһын хәстәрләгән тынғыһыҙ көндәр булды ул. Төп баҫым, әлбиттә, ауылда төпләнеп, ата-олатайҙар нигеҙен һыуытмай, тыуған йорт, тыуған ауыл ҡотон һаҡлап, исем-атын һатмай йәшәгән уҙамандарыбыҙҙың йәшәйешенә яһалды. Бер үк ваҡытта ситтә йәшәгән Иҫке Сибай ауылы егеттәренең исемдәрен барлау, уларҙың халыҡ хужалығын үҫтереүҙәге уңыш-ҡаҙаныштарын асыҡлау, йәшәгән урындарын, бәйләнешкә инеү сығанаҡтарын билдәләү эше киң йәйелдерелде. Бит ауылыбыҙға дан килтергән, яҡташтарының ғорурлығы булған ир әһелдәренең урындары байрам түрендә булырға тейеш!
Көсөргәнешле һәм ныҡышмал әҙерлек менән булышып, билдәләнгән көн тиҙ арала килеп тә етте. Йәл, көндәрҙең бер аҙ боҙолоп, ҡар-бурандар уйнап тороуы менән бәйле, алдан билдәләнгән байтаҡ байрам сараларын кисектереп торорға мәжбүр булды ойоштороусылар. Мәҫәлән, оҫта ҡуллы уҙамандарыбыҙҙың үҙәк урамдың буйынан-буйына һуҙыласаҡ күргәҙмәһе, спорт ярыштары һәм уйындары, ситтән килеүсе оло ҡунаҡтарҙы аҡ тирмәләр ҡороп ҡаршы алыу ише милли колоритлы изге ниәттәр бойомға ашырылмай ҡалды. Шуға ла мәҙәниәт йортоноң иркен фойеһына һыйҙыра алған тиклем һәм урынды әҙ алған әйберҙәр генә ҡуйылды.
Ауыл таланттары арҙаҡлы ауылдаштарын шартына килтереп ҡаршы алды. Ҡунаҡтарҙың да ниндәйҙәре бит әле! Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре Буранбай Рәфҡәт улы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Замир Рәфҡәт улы, шәхси эшҡыуар Шамил Рәфҡәт улы Күсәбаевтар, Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Тәлғәт Ғәйәр улы Ишбирҙин, Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Исмәғил улы Баййегетов, БР эске эштәр министрлығының отставкалағы подполковнигы Юлай Ғәзиз улы Баййегетов, Сибай электр селтәрҙәренең электр тапшырыу линияһы начальнигы Башҡортостандың атҡаҙанған энергетигы Кәрим Шәрифулла улы Илтинин, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Рәмил Рәхмәт улы Айытҡоловтар, ауылдаштарының саҡырыуын ихлас ҡабул итеп, юл өҙәремлегенә ҡарамай ашҡынып ҡайтып төштө һәм байрамға оло мәртәбә өҫтәне.
– Тыуған ауылыма ҡанатланып ҡайттым! – тип тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлаша, мәҫәлән, Буранбай Рәфҡәт улы. – Шул тиклем матур һәм ентекле әҙерләнгәндәр! Бар ерҙә лә тәртип һәм ҡунаҡсыллыҡ хөкөм һөрә. Ауылыбыҙ ҙа нисектер яңырып, тағы ла матурланып ҡалған һымаҡ. “Айыҡ ауыл” исеме өсөн көрәшкә баҙнат итеп сығыуҙары ғына маҡтауға һәм хуплауға лайыҡтар! Әлбиттә, бар кешене лә эскелектән, башҡа алама ғәҙәттәрҙән ваз кистереү мөмкин түгел. Уның ҡарауы, йәш быуынды дөрөҫ юлға әйҙәргә, уларҙа сәләмәт тормошҡа ышаныс уятырға мөмкин һәм кәрәк! Иҫке Сибайҙарға ошо мәртәбәле конкурста еңеп сығыуҙарын теләйем! Беҙ, ситтә йәшәгәндәр иһә ауылдаштарға бар яҡлап ярҙам итергә, уларҙы күтәрмәләп торорға һәр саҡ әҙербеҙ…
Тамашаға килгән ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар һәр күргәҙмә янында туҡталып, ҡуйылған әйберҙәр менән ныҡлап ҡыҙыҡһынды, теге йәки был эштең нисек ғәмәлгә ашырылыуын һорашты, оҡшаған әйберҙәргә һоҡланыуҙарын йәшермәне.
–Беҙҙең “Шәфәҡ” ағинәйҙәр ойошмаһы ике йыл инде әүҙем генә эшләп килә, – тип үҙҙәре менән таныштыра ойошма етәксеһе Илүзә Илгиз ҡыҙы Йосопова. – Мөслимә Илтинина, Миңлизә Ишмөхәмәтова, Ғилмиә Айытҡолова, Дилә Ирназазарова, Фатима Илтинина, Таңһылыу Баймырҙина, Гөлшат Тулыбаевалар менән эш башланыҡ. Яңыраҡ беҙгә Рәйлә Ишмырҙина килеп ҡушылды. Илһөйәрлек, телһөйәрлек рухында күберәк балалар менән эшләүҙе төп йүнәлешебеҙ итеп алдыҡ. Халҡыбыҙҙың боронғо өҫ һәм аяҡ кейемдәрен өйрәнеүгә, уларҙы тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Бөгөнгө сараға, махсус рәүештә тула баҫып, малайҙар һәм ирҙәр сарыҡтары тегеп алып килдек. Бынан тыш сергетыштар тектек, кейеҙ баҫтыҡ һәм ирҙәр өсөн янсыҡтар, йәғни кисеттәр сиктек. Алкаголһеҙ эсемлектәр, үлән сәйҙәре күргәҙмәһе лә байрамға килеүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра… Нимә генә тиһәк тә, ир-егеттәр беҙҙең төп терәгебеҙ, яҡлаусыларыбыҙ һәм һаҡлаусыларыбыҙ! Шуға ла “Бөркөттәр оя ташламай” тип исемләнгән мәртәбәле байрамда ҡатнашыуыбыҙға, ирҙәребеҙгә әҙме-күпме хөрмәт күрһәтә алыуыбыҙға бик шатбыҙ!
Балаҫ һуғыу станогы артында бар донъяһын онотоп балаҫ һуғып ултырған ағайға иғтибар итмәй үтеп китеү мөмкин дә түгел! Етмешенсе тиҫтәһен ваҡлаусы Юлай Фәтхетдин улы Баязитов был эш менән байтаҡтан шөғөлләнә икән.
–Йәшерәк саҡта ошо эштең ысын оҫтаһы – Һеңрән ауылында йәшәгән ҡәйнәм Шәрифъямал Сәлимованан өйрәнеп ҡалдым мин, – ти ул. – Башта шаярып ҡына булыша инем, олоғая килә ысынтылап тотондом. Бер-ике йыл элек бәләкәй станок та һатып алдым. Күреүегеҙсә, насар сыҡмай шикелле эшем…
Рәфил Маннаповтың тимерҙе сүкеп оҫталаған сәскәләре лә һушты алырлыҡ ине! Уларға һәр кем һоҡланып баҡты!
Ғөмүмән, кәүргәҙмәгә ҡуйылған һәр әйбер үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ һәм күңел йылыһын һалып эшләнеүе менән иғтибарҙы йәлеп итте.
…Билдәләнгән ваҡытҡа ҙур тамаша залында алма төшөр урын юҡ ине инде. Ауылыбыҙ бөркөттәрен – ихтирам-хөрмәткә лайыҡ ир-егеттәребеҙҙе тәбрикәләү тантанаһына олоһо ла, кесеһе лә һеперелеп килде – барыһы ла бөгөнгө оло байрамдан ниндәйҙер үҙенсәлекле яңылыҡ, хәтерҙә уйылып ҡалырлыҡ тантана, сағыу сығыштар көтә… Ә байрам, ысынлап та, юғары кимәлдә үтте! “Бөркөттәр оя ташламай” тигән сағыу исемле сара, исемен тулыһынса аҡланы, тип әйтергә мөмкин. Көслө зат вәкилдәре исеменә бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде был кистә, әллә күпме маҡтау, данлау һүҙҙәре еткерелде… хатта мәҙәниәт йорто стеналары ла көнләшкәндер әле!
Байрамды ойоштороусылар ҙур ауылды ҡат-ҡат күҙҙән үткәреп, һәр йортҡа, һәр ихатаға байҡау яһаны, ғаилә башлыҡтарының ыңғай яҡтарын, телгә алырҙай эштәрен барланы һәм һәр береһенә айырым-айырым баһа бирҙе.
Иҫке Сибайҙа тыуып-үҫеп, тыуған ауылында фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үткән ветеран – йөҙөнсө тиҫтәһен ваҡлаусы аҡһаҡал Хәтмулла Хәбибулла улы Һунаршинды сәхнәгә саҡырғанда тотош зал көслө алҡыштарға күмелде. Быуат йәшендәге олатайҙың, күкрәгендәге орден-миҙалдарын зыңлатып, еңел аҙымдар менән түргә үтеүе һоҡланмаҫлыҡмы ни! Афарин, уҙаман! Һаулығыңдан, күңел көрлөгөнән айырмаһын Хоҙай!
Ауылдың арҙаҡлы ғаиләһе нәҫеленән булған Азамат һәм Гөлнара Шакировтар нәҡ ошо көндәрҙә Демир исемле улдарын ҡулдарына алғандар икән. Малай “Иң йәш бөркөт” исеменә лайыҡ булды! Милләтебеҙҙең, илебеҙҙең лайыҡлы киләсәге, ауылыбыҙ ғорурлығы булып үҫ, сабый!
Иҫке Сибай ауылында йәшәүселәрҙең асылыбыҙға ҡайтыуы, дингә тартылыуы, иман һәм әҙәп төшөнсәләрен алға ҡуйып көн итеүҙәре матур күренеш бөгөн. Ауыл халҡын дингә әйҙәүсе, милли үҙаңға саҡырыусы дин әһелдәре Рәсүл Мәмбәтназаров, Фәрит Илғыуатов, Ринат Ибраһимовтарҙы ла ихтирам менән телгә алып үтте сараны ойоштороусылар һәм уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Артабан бик күп уҙамандарыбыҙ төрлө номинациялар буйынса билдәләп үтелде. Мәҫәлән, Фәйез Иҙрисов “Милләт ҡото”, Руслан Иҙрисов, Рәил Күсәбаев, Бүләк Ишемғолов, Амур Ыласынов, Рөстәм Шәриповтар “Ишле ғаилә – ил күрке”, ата-олаталары һөнәренә тоғро ҡалған Лотфулла Илтинин, Юлай Күсәбаевтар “Династияны дауам итеүселәр”, Фәрит Нәбиуллин “Ерҙең даны – ирҙән”, шәжәрә ептәрен генә түгел, тотош ауыл тарихын өйрәнеүсе уҙаман Сабит Утарбаев “Тарих – киләсәк нигеҙе”, ватан алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәүсе Рәфис Ғәйсәров, Рәфил Маннапов., Ринат Йәнйегетов, Илдус Ҡаһармановтар “Ҡаһарман батырҙарыбыҙ” номинацияларында билдәләнде.
Ауылдың һәр башланғыстың башында йөрөгән иң әүҙем ир-егеттәре Наил Дәүләтбаев, Салих Рафиҡов, Ғәлиәхмәт Байтурин, Рәфис Ғәйсәров, Юлай Ибраһимов, Өлфәт Ғәлиәхмәтов, Ирек Иҙрисовтар иһә “Еренә ереккәндәр” номинацияһында бүләккә лайыҡ булдылар. Рәил Бикҡолов, Рафаэль Мостафин, Ишбулат Усманов, Данил Батыршиндар ауылдаштарын балта оҫталары булараҡ һөйөндөрөп йәшәй. Улар сәхнәгә “Алтын ҡуллы”лар булараҡ күтәрелде.
Иҫке Сибай һылыуҙарына ғашиҡ булып, ошонда төпләнеп ҡалған һәм ерегеп йәшәгән уҙамандар Фәтих Сафин, Әбделғәлим Мөхәмәҙиев, Сәлих Ғәйсәровтар ҙа иғтибарһыҙ ҡалманы.
Айгиз Хөсәйенов, Фәнзил Уралбаев, Илнар Утарбаев, Вилдан Иҙрисов, Илнур Ибраһимовтар ауыл тотҡаһы булырҙай өмөтлө йәштәр! Улар “Ауылдың киләсәге” номинацияһына лайыҡ булды.
Фәйзи Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Мораҙым Әлебаев, киләсәктәрен сәнғәт менән бәйләгән егеттәребеҙ Салауат Кинйәбаев, Алмаз Мәмбәтовтарға ла ҙур өмөт бағлай яҡташтары. Һеҙгә уңыштарға бай сығыштар һәм сәнғәт күгендә йондоҙ булып балҡыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Урындағы торлаҡ-коммуналь хужалығы тракторисы Флорид Илтининға Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Рәхмәт Хаты тапшырылды. Ҡышҡы айҙарҙа урамдарҙы көрттән таҙартыусы, бәлә-ҡаза килгәндә тәүгеләрҙән булып ярҙамға ашығыусы был егет ауыл халҡы араһында хаҡлы абруй менән файҙалана. Үҙеңә булған хөрмәтте юғалтмай йәшә, уҙаман!
Иҫке Сибай ауылының ғорурлығы булған, уның данын һаҡлап йәшәгән һәм бөгөнгө байрамға ололап саҡырылған ауылдаштарыбыҙ сәхнәгә күтәрелгәндә тамашасылар уларҙы көслө алҡыштар менән аяғүрә ҡаршы алды. Арҙаҡлы ҡунаҡтарҙың ауылдаштарына әйтер һүҙҙәре тос һәм берәгәйле ине. Һәр береһе уларға ошондай кәрәкле, мәғәнәле һәм матур байрам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеү яулауҙарын теләне. Ә Башҡортостандың халыҡ артисы Сәғиҙулла Баййегет үҙенең дәртле йырҙары менән һөйөндөрҙө.
Бер нисә сәғәткә һуҙылған сағыу тамашанан бер кем дә ялыҡманы. Сөнки ул ауыл таланттарының сағыу концерт номерҙары менән байытылып, милли рух менән һуғарылып барҙы. Байрам алдынан ғына “Байыҡ” телевизион конкурсында икенсе турға үтеп ҡайтҡан “Атайсал” бейеү ансамбленең (етәксеһе Алсыу Хафизова), “Яҙгөл” халыҡ ансамбленең, “Умырзая” ансамбленең, йырсылар Булат Заһиҙуллин, Нәйлә Рафиҡова, Урал Нәбиуллин, Вилиә Танһыҡҡужина, Азалия Фәйзуллиналарҙың, нәфис һүҙ оҫтаһы Нәйлә Моталлапованың, “Аэрофлит” ансамбленең сығыштарын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде.
Шулай ҙа ошо юлдар авторының нәҡ бөгөнгө байрамға арнап яҙылған һүҙҙәренә һәүәҫкәр композитор – Рәсәй экологы, биология фәндәре докторы академик Йәлил Һөйөндөков ижад иткән “Бөркөттәр оя ташламай” йыры тамашаның кульминацион нөктәһе булғандыр. Йыр һәр кемдең күңеленә хуш килде һәм хуплау тапты.
“Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә үткәрелгән ҙур байрам тантанаһы күңелдәрҙә яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы. Ауылдаштарымдың ошо мәртәбәле конкурста еңеп сығыуҙарын теләп, һүҙемде үрҙә телгә алынған йырҙың ҡушымтаһы менән тамамлайым:
Сабый саҡтағы бишектәй
Тыуған ерем ҡосағы!
Иҫке Сибай, тип яныуым,
Мәңге йәшәһен ауылым,
Һис һүнмәһен усағы!
…Бөркөттәр оя ташламай –
Күңелем тыуған ерҙә!
Сәстәргә сал ингәндә лә,
Һағынам һине гелдә лә,
Онотмамын ғүмерҙә!
Мотал Рәмов,
РФ һәм БР Журналистар берлеге ағзаһы.
Иҫке Сибай ауылы, Баймаҡ районы.