logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Новости

«Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары»

🍁Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһы автор-төҙөүсе Ф. А. Нәҙершинаның «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары»китабын тәҡдим итә. Был йыйынтыҡҡа мифологик һәм тарихи йөкмәткеле башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары индерелде. Халыҡтың үҙенсәлекле тормошона, тарихына ҡараған төшөнсәләрҙе, риүәйәт, ...
15 октября 2026 2

💙🤍💚«Мәңге балҡы Башҡортостан»

  Моңдарымдың моңо һиңә, Башҡортостан – төйәгем һин. Һиндә тыуып, һиндә үҫтем, Берҙән-берем, йөрәгем һин. Һулап туймаҫ – һауаларың, Йомарт ерең – иҫ китмәле! Байлығыңды һанар өсөн Белеп торам һүҙ етмәҫен. Баҫыуҙарың, диңгеҙ төҫлө, Иҫкән елгә тулҡын һирпә. Башын эйгән ...
13 октября 2026 13

💙🤍💚Башҡортостан Республикаһы көнө!

Быуаттарҙы ялғап быуаттарға, Мираҫ булып ата-бабамдан Башҡортомдоң моңо, көйө, йыры Йәшәп килгән борон-борондан. Йөҙ сәскә һәм хәтфә үлән баҫҡан Уралымдың ялан-туғайын, Йөҙ сәскәгә ҡушып биргән Хоҙай, Моң-хазина һалып, ҡурайын. Дауыт Амангилдин. Ауылыбыҙ мәҙәниәт йортонда Башҡортостан Республикаһы ...
11 октября 2026 9

🍁 Бөгөн – ҡурай көнө билдәләнә.

Был дата республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса 2024 йылда булдырылды. Китапханабыҙҙа тылсымлы милли музыка ҡоралына арналған китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо. 🍁Һигеҙенсе мөғжизә. Был донъяның мөғжизәһе бөтмәҫ Матурлыҡты тоя белгәнгә. Кемдең ҡулы тәү ҡағылды икән Таҡыя башлы ябай үләнгә?! ...
10 октября 2026 18

🗞️Матбуғат биттәрендә ауылдашыбыҙ тураһында.

  “Киске Өфө” гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды. “Беҙ ике балабыҙҙы ла балалар йортонан алдыҡ” Ихлас, алсаҡ кешеләр менән һөйләшкәндә донъя яҡтырып киткәндәй тойола. Мин-минлеген (эгоһын) байраҡ кеүек алдан елберҙәтеп йөрөгәндәргә ...
5 октября 2026 12

🎁Китапханала йәнә яңы китап!

Хөрмәтле ауылдашыбыҙ, билдәле башҡорт яҙыусыһы, шағир һәм журналист. Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Мотал Зәкирйән улы Рәмов китапханаға үҙенең«Ожмахтарҙы ситтән эҙләмәйек…», тип исемләнгән «эҫе»генә китабын тапшырҙы. Был китап,Йылайыр районы Сәләх ауылының 100 йыллыҡ ...
1 октября 2026 11

Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Көн мөғжизәнән башлана..»

Күренекле балалар яҙыусыһы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллинаның «Көн мөғжизәнән башлана..» исемле китабын тәҡдим итәбеҙ. Был шиғри йыйынтыҡта төрлө йылдарҙа ижад ителгән шиғырҙар, шиғри әкиәттәр тупланған. БЕҘҘЕҢ ШАМИЛ Төн оҙоно беҙҙең Шамил Смартфонда уйын уйнай, Иртәнсәк һис тора алмай, Тәүге дәрескә һуңлай. ...
22 сентября 2026 66

🍁Ауылыбыҙҙа «Таҙа кесаҙна»өмәләре гөрләне.

Ауылыбыҙҙа— оло өмә үтте. Битараф булмаған ауылдаштарыбыҙ дәррәү йыйылып, үрге зыяраттың яңы тимер ҡоймаларын буярға сыҡты.Күмәкләгән — яу ҡайтарған тигәндәй, берҙәм тотонғас, эштәр гөрләп барҙы.. Был көндө шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ла косметик ремонт дауам итте. Берҙәмлектә — ...
21 сентября 2026 70

Суфиян Поварисов «Ут эсендәге мөхәббәт»

#Иҫкесибайкитапханаһы #Башҡорткитабыаҙналығы #Буклукбашкирскойкниги #БаймакскаяМЦБ Суфиян Поварисовтың «Ут эсендәге мөхәббәт» романы Бөйөк Ватан һуғышын китаптарҙан ғына уҡып белгән быуын өсөн бер асыш булып тора. Сөнки автор үҙе утты-һыуҙы кисеп, һуғышта сынығып ҡайткан яугир. Автор геройҙары ...
19 сентября 2026 68

«Башҡорт китабы аҙналығы» айҡанлы күсмә китапхана ойошторолдо.

📚Иҫке Сибай ауылы муниципаль бюджет ойошмалары етәкселәре, депутаттар,ауыл хакимиәте эшселәре ҡатнашлығында,халыҡтың милли ғорурлығы, милли үҙаңын тәрбиәләүсе әҫәрҙәрҙе байҡап  сыҡтыҡ. Был һайланма әҫәрҙәр быуаттарҙың образлы йылъяҙмаһы булараҡ,халыҡ яҙмышының данлы дәүерҙәрен дә, шанлы ...
17 сентября 2026 85