logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

💐”Яҙгөл” ансамбленә – 10 йыл!💐

Был күркәм дата коллективтың ойошоп, уңышлы нығынғанын раҫлай. Ул һәр ваҡыт яратҡан тамашасыһына яҡшы кәйеф, киләсәккә өмөт, күңел күтәренкелеге бүләк итә.
Матур коллективтың тарихы 2013 йылдың мартайында башлана.
Яҙ көндәренең береһендә Мөслимә Тәхиә ҡыҙы Вәлиуллина етәкләгән ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт ойошмаһы эргәһендә барлыҡҡа килә һәм гел гүзәл заттарҙан тора. «Яҙгөл»дөң беренсе етәксеһе итеп музыка уҡытыусыһы Рәзилә Рәхмәтулла ҡыҙы Сәлихованы билдәләйҙәр. Шул уҡ яҙҙа ансамбль «Мәңгелек ут» йыры менән Еңеү көнөндә беренсе тапҡыр халыҡ алдында сыға.
Ансамблгә, уҡытыусы, тәрбиәсе булып, башҡа өлкәләрҙә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан оло йәштәге дәрт-дарманлы һәм уңған 13 кеше шөғөлләнә. Йыл һайын уның башҡарыу дәрәжәһе үҫә, репертуары киңәйә, булған ғөрөф-ғәҙәттәре нығый бара һәм яңылары ла тыуа. Концерттан концертҡа ансамбль тағы ла нығыраҡ тамашасы һөйөүен яулай.
Уларҙың ҡаҙаныштарын һанап бөткөһеҙ, яҙгөлдәр Сибай ҡалаһында үткәрелгән мөнәжәт башҡарыусыларҙың төбәк-ара бәйгеһендә ҡатнаша һәм «Мөнәжәт», «Нәсихәт», «Сүрә» номинацияларында даими призлы урындар яулай. Силәбе өлкәһе Магнитогорск ҡалаһында «Яҙғы һандуғас» башҡорт йыры фестивалендә ҡатнашып, 1-се дәрәжәле дипломға лайыҡ булалар. «Башҡорт милли кейемдәре» район фестивалендә лә 1-се урын алалар, «Байыҡ» телевизион бейеү бәйге¬һендә Гран-при һәм күп һанлы грамоталар һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнәләр. Был уңыштарҙа күп йылдар ансамблдең етәксеһе булған Гүзәл Харун ҡыҙы Янбаеваның хеҙмәте ҙур.
Үҙенсәлекле һәм бай репертуарлы «Яҙгөл» йыр-фольклор ансамблен бөгөнгө көндә, төрлө жанрҙағы йырҙарҙы оҫта башҡарыусы, Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифының атҡаҙанған хеҙмәткәре Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Ибраһимова етәкләй.
Ең һыҙғанып, илһамланып эшләгән ансамблдең башҡарыу оҫталығы юғары баһалана һәм 2022 йылдан күп йылдар инде төрлө конкурстарҙа еңеүҙәр яулаған төркөм халыҡ исемен йөрөтә.
Афариндар! 💐Ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ. Кешеләргә шатлыҡ өләшкәнегеҙ өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Изге эшегеҙҙә бары уңыштар юлдаш булһын. Дәрт-дарманығыҙ һүрелмәһен, һүнмәһен!💐