Ҡурайсы ла тигән даны бар!
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
📚Ҡурай–ысын мәғәнәһендә ғәжәйеп музыка ҡоралы. Моң эйәһе. Ул тәбиғәттең бар асылын, моңон үҙенә һеңдереп тәбиғәт ҡосағында үҫә, шуға күрә уның кешеләр күңеленә дауа ла , илһам да бирә. Ул тәбиғәттең үҙе кеүек үк ябай, тәбиғәттең үҙе кеүек үк бөйөк. 📚
🎼Башҡорт ҡурайҙары булмаһа, тип юҡҡа ғына йырланмай халыҡ йырында. Ҡурай моңо күңелде берсә һағышҡа сорнаһа, берсә күктәргә олғаштырып, үҫтереп ебәреү, халҡыбыҙҙың данлы-ҡанлы тарихын күҙаллатыу көсөнә лә эйә. Ул ғына ла түгел, ҡу¬рай күңелде дауалай, хис-тойғоларҙы көйләй. Медицина күҙлегенән сығып ҡарағанда иһә, ҡурай уйнау тын юлын иркенәйтеп, кешене физик яҡтан һауыҡтырыу көсөнә эйә, тиҙәр. 🎼
📚Милли музыка ҡоралдары араһында иң данлыҡлы музыка ҡоралы—ҡурайҙы пропагандалау, уны һәм традицияларҙы һаҡлау өсөн йүнәлтелгән конкурстар бик күп уткәрелеп изге йолаға әүерелгән. 📚
🎼Үҙешмәкәр ҡурайсы Риф Исхаҡ улы Ҡәйепҡоловты Иҫке Сибайҙа белмәгән кеше юҡтыр. Ул күп һанлы конкурстар лауреаты һәм еңеүсеһе лә.
💐Тамашасыларҙы үҙенең моңдары менән һоҡландырған,күңелендә халыҡтың йыр-моң гәүһәрҙәрен һаҡлаған,үҙе уйнаған көйҙәрҙе тәрәндән аңлап,йөрәге аша үткәреп, халыҡҡа еткергән ауылдашыбыҙ бихисап уңыштарға өлгәшкән: “Уйнаһын ғына ҡурайым!-II” асыҡ район ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-При; “Тылсымлы ҡурай моңо!-III” республика асыҡ ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-При. 💐
💐🎼Яңыраҡ ҡына үткән Белорет районының Шығай ауылында уҙған Талип Латипов һәм Абдулғәфи Хәлфетдинов исемендәге “Ете мөғжизә” ҡурайсылар конкурсында ла Гран – при яулап ҡайтты! Афарин! Ҡотлайбыҙ! 💐
📚Риф Исхаҡ улына хѳрмәт,һоҡланыу, ҡотлау һүҙҙәрен еткерерәбеҙ һәм еңеуҙәрҙең һуңғыһы булмаһын тигән теләктә ҡалабыҙ Оҙон ғүмер, сәләмәтлек теләйбеҙ. 🎼
🎼Ҡурай моңо һүнмәһен, һүрелмәһен. Үҫеп килгән быуын уйын традицияларын, инструменттың тарихын белһен, уйнаһын!🎼