logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Уҡытыусылар көнө

#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
#Годучителяинаставника
🌺🌺🌺Хөрмәтле уҡытыусылар, педагогтар һәм мәғариф ветерандары! Ысын күңелдән һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Уҡытыусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! 🌺🌺🌺
🌺Был күркәм байрам һәр саҡ уҡытыусыларға, остаздарға ҡарата йылылыҡ һәм рәхмәт тойғоһо менән үтә. Уҡытыусы маҡтаулы һөнәр генә түгел, ә булмыш, шәхес тәрбиәләүҙә, йәш быуынға ҡиммәтле тәжрибәне, белемде һәм мәҙәни байлыҡты тапшырыу йәһәтенән остазлыҡ һәләте. Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, ижади уңыштар теләйбеҙ. Уҡыусыларығыҙ үҙегеҙҙе һәр саҡ еңеүҙәре һәм уңыштары менән һөйөндөрөп торһон!
📚Иҫке Сибай урта мәктәбендә балаларға һөйөү, көс, изгелек бүләк иткән, шулай уҡ тәрбиә биреүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән уҡытыусылар эшләй.
📚Ошо коллектив араһындағы тәжрибәле, тәрән аҡыллы, иғтибарлы һәм баҫалҡы, бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәгән уҡытыусыны- Альбина Вәлит ҡыҙын күптәр белә, сөнки 40 йыллыҡ хеҙмәт юлы барышында йөҙәрләгән уҡыусы унда белем алған.
📌Альбина Вәлит ҡыҙы Утарбаева Баймаҡ районы Кәрешкә ауылында Суфия һәм Вәлит Ишбаевтарҙың ишле ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Тәүҙә Кәрешкә башланғыс мәктәбен, аҙаҡ Сибай интернат-гимназияһын тик “5”-ле билдәләренә тамамлап, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында белем алып, башланғыс кластар уҡытыусыһы һөнәренә эйә була.
📚Балаларға төплө белем биреүгә бөтә ғүмерен бағышлай Альбина Валит кызы. Бөгөн Баймаҡ районы Иҫке Сибай урта мәктәбендә уңышлы эшләп йөрөй, ауылыбыҙҙың иң абруйлы уҡытыусыларынан һанала. Уҡыусылары менән мәктәп, район, республика күләмендәге конкурстарҙа, ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашып, һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Үҙ бурыстарына һәр саҡ намыҫлы ҡарағаны һәм яратып башҡарғаны өсөн бихисап Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
📚Альбина Валит кызы абруйлы уҡытыусы ғына түгел, оҫта хужабикә лә, ышаныслы тормош юлдашы ла, яғымлы, наҙлы әсә лә, йомшаҡ күңелле, яратҡан өләсәй ҙә ул. Тормош ипташе, Утарбаев Ялиль Фатхулла улы менән ауылыбыҙҙың иң матур урынында–Ҡарағайлы йылғаһы буйында ҙур йорт һалып сығып, мал-тыуар үрсетеп, ихатаны гөл-сәскәгә, баҡсабыҙҙы төрлө еләк-емешкә күмеп, бына инде өс тиҫтә йылдан артыҡ иңгә-иң терәшеп, бергә ғүмер итәләр.
📚Беҙ һеҙгә ошо байрам көндө, матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
🌺Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, тыныс күк йөҙө теләйем! Уҡыусыларығыҙҙың шат йылмайыуы күңелдәрегеҙгә көн дә йылы өләшһен, бәхет нурҙарына сорнаһын. Байрамығыҙ менән!🌺