Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе.
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
#Годучителяинаставника
📌Уҡытыусы – ябай һөнәр түгел, ул – бала күңеленең белгесе. 📌
📚Бөгөн һүҙ, Иҫке Сибай урта мәктәп коллективында, ата-әсәләр араһында хөрмәткә ҡаҙанған, сабыр холоҡло, белемле, ә иң мөһиме, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан башланғыс кластар уҡытыусыһы Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы Утарбаева тураһында булыр.
📚Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙы 1966 йылда Баймаҡ районы Иҫәнбәт ауылында донъяға килә. 1977 йылда ауылда башланғыс мәктәпте тамамлағас, Баймаҡ интернат-мәктәбендә дауам итә.Мәктәпте тамамлағас, 1983 йылда Иҫке Сибай мәктәбенә өлкән пионервожатый булып эшкә килә.
📚Бер йыл эшләгәс,1984 йылда Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә һәм уҡыу йортон уңышлы тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Иҫке Сибай мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып дауам итә. Әлеге көндә лә ошо мәктәптә уңышлы эшләй. Белемен камиллаштырыу маҡсатында ситтән тороп институт тамамлай.
📌Тормош иптәше Мирза Утарбаев менән матур итеп доңья көтәләр, ике ҡыҙ һәм ул тәрбиәләп үҫтерәләр. 📌
📚Әҡлимә Утарбаева өсөн эштең ауыры, еңеле юҡ. Һәр нәмәгә етди һәм ҙур яуаплылыҡ менән ҡарай. Ныҡлы белем, оҫталыҡ, фантазия талап иткән һөнәренә тоғро ҡалып ихлас эшләй ул.
Уның дәресенә уҡыусылары ҙур теләк менән йөрөй һәм мәктәп, район, республика кимәлендә бик күп конкурстарҙа ҡатнашып һәр ваҡыт призлы урындар яулап ҡыуандырып торалар.📚
📚Әҡлимә Зәйнулла ҡыҙының баларға ҡарата сикһеҙ һөйөүе,хәстәрлелеге кәмемәһен, арта барһын.
Балаларҙы ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ менән, балалар һеҙҙе уңыштары менән артабанда ҡыуандырып торһын. Уңыштар юлдаш булһын!📚