Беҙҙекеләр һынатмай!
📚16 апрель 4-се лицейҙа Мостай Кәрим исемендәге Фонд менән берлектә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы ойошторған “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе Йәмил Сәйҙәлиев исемендәге ижади конкурстың йомғаҡлау тантанаһы үтте. Ул М.Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуына арналды.
📚Кисәлә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев һәм баш ҡалабыҙ Өфөнән хөрмәтле ҡунаҡтар – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры Әлфиә Кәримова һәм башҡалар ҡатнашты.
✍Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ауылдашыбыҙ Әлмира Ҡаҙаҡбаева 1 урын яуланы. Афарин! Ҡотлайбыҙ Әлмира!🌺
✍Ижад ҡомарың һүнмәһен-һүрелмәһен, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ!🌺