Ватанды һаҡлаусылар көнө

23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө, ул – көс, түҙемлек, мәрхәмәтлелек һәм тыуған ереңә ҡарата мөхәббәт байрамы. Был ысын мәғәнәһендә ир-егеттәр көнө, сөнки һаҡлау һәм яҡлау – көслөләр аманаты.
Тыуған илде һаҡлау рәсәйлеләрҙең изге бурысы булды һәм булып ҡала. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ, үҙ ғүмерҙәрен аямай, аяуһыҙ һуғыштарҙа Ватаныбыҙҙың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, башҡа халыҡтарға ярҙам иткән. Бөгөн яугирҙарыбыҙҙың батырлығы һәм ҡеүәте Рәсәйҙең именлек һәм суверенитет нигеҙе булып тора. Һеҙҙең рух көсө, берҙәмлек һәм бурысҡа тоғролоҡ – ысын илһөйәрлек өлгөһө!
Хөрмәтле Ватанды һаҡлаусылар! һеҙгә тормош ҡуйған ауырлыҡтар алдында көс, ҡеүәт һәм ныҡышмалылыҡ теләйбеҙ. Яҡындарығыҙҙы намыҫ һәм абруй менән һаҡлағыҙ, ҡәҙерле кешеләрегеҙҙе көн һайын бәхетле итегеҙ. Изгелек, ныҡлы һаулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!