logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Сылтыршишмә

Иҫкесибайҙар Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты иғлан иткән “Сәләмәт ауыл” район конкурсы сиктәрендә “Сылтыр шишмә” акцияһына
ҡушылып, ауыл  хакимиәте, иң әүҙем ауылдаштарыбыҙ менән берлектә, үҙенең тәмле, саф һыуын күп йылдар буйына барыһына ла мул өләшкән “Самауыр” шишмәһен  тергеҙеп, биләмәһен төҙөкләндерҙе. Хәҙер шишмә бөтөнләй икенсе төҫ алды. Дөйөм көс менән был урын һәр кемде үҙенә әйҙәп торорлоҡ итеп эшләнде, ағастар ултыртылды.


9 октябрь көнө шишмәне асыу сараһы үтте. Сарала Баймаҡ башҡорттар ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйесе ,журналист Мөхәмәтшин Азамат Салауат улы ҡатнашты.
Йыр-моң, бейеү менән үрелеп барған байрамда шишмә төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡан ауылдаштар тәбрикләнде, рәхмәттәр, матур теләктәр яңғыраны.
Һәммәһелә саф һауала тәмлекәстәр, яңы ғына бешкән май икмәк ашап, тәмле шифалы самауыр сәйе эсеп, ритаям бейеп, шишмәнең оҙаҡ йылдар сылтырап ағыуын теләп таралышты.
Киләсәктә ултыртҡан ағастар үҫеп китһен,шишмә үҙенең тәмле, саф һыуы менән һөйөндөрөп торһон, бөгөнгөләй кеше өҙөлмәһен. Йәшәйеш сығанағы булған шишмәләр сылтырап ағып торһон, хоҙай биргән изге байлыҡ – шишмәнең матурлығын юғалтмай, тәртиптә тоторға яҙһын!