әүҙем ветерандар
Ауылыбыҙҙың әүҙем ветерандар советы ойошмаһы һәр ваҡыттағыса ихлас булыуҙары менән таң ҡалдыра.
Бына улар, ауылыбыҙҙың буласаҡ сәләмәт тормошо үҙәгенә “йән өрә”. «Атайсал»магазинының икенсе ҡатында урынлашҡан спорт залын таҙартып, аҡлау эшен башҡарҙылар. Киләсәктә был иркен, таҙа залда сәләмәт тормош алып барыусы ауылдаштарыбыҙҙың яратҡан урыны буласаҡ.
