logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Халыҡ-ара бейеү көнө менән!

🌿 Бөгөн,29 апрель Халы-ара бейеү көнө билдәләнә. Шул иҫәптән, китапханала бейеү сәнғәтенә арналған тематик китаптар йыйылмаһы әҙерләнде. Был йыйынтыҡ бейеүҙең тарихы, төрҙәре һәм бөйөк хореографтар тураһында һөйләй.

Барлыҡ бейеү сәнғәтен һөйөүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!
Бейеү — ул дәрт, илһам һәм күңел йыры.

🌿”Башҡорт халыҡ мәкәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге” М. Х. Әхтәмов китабынан бейеү тураһында.
💃Айыуҙы ла бейергә өйрәтәләр.
💃Алда буласаҡ туй өсөн алдан бейей башлама.
💃Арғы яҡта туй була тип, бирге яҡта бейемә.
💃Бейегеһе килмәгәнгә туй килешмәй.
💃Бейей белгән кеше бейеүенән кинәнер.
💃Тартыуына ҡаршы бейеүе.
💃Бер бейеүсе менән туй булмай.
🌿Мәҡәлдәрҙе көндәлек тормошта ҡулланығыҙ, телмәрегеҙ татлы мул булһын❤