🌿«Шишмә таҙа булһа — йөрәк таҙа, ер күркәм булһа — ил күркәм».
🌿«Ағинәйҙәр» йәнә изге эш башҡарҙы.
«Шәфәҡ»ағинәйҙәр ойошмаһы йәмғиәте ағзалары тыуған яғыбыҙ тәбиғәтенә һаҡсыл ҡараш күрһәтеп, даими рәүештә яҡындағы шишмәләрҙе тәртипкә килтерә. Был юлы улар «Ҡаракүбәҡ» шишмәһен йәмләндереп, тирә-яғын таҙартып,шишмәгәйән өрҙө.
Шишмә — таҙа һыу сығанағы ғына түгел, ә күңелдәрҙең сафлығын, уй-теләктәрҙең паклығын сағылдыра.
Уны тәрбиәләү — үҙебеҙҙе лә, еребеҙҙе лә хәстәрләү ул.
🌿«Шишмә таҙа булһа — йөрәк таҙа, ер күркәм булһа — ил күркәм»