logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау.

Көмөш тауыш тынмай,
Йөрәктәрҙә сыңлай,
Һуңғы тапҡыр сыңлай ҡыңғырау.
Яҡты юлдар теләп,
Матурлыҡҡа өндәп,
Һаубуллаша көмөш ҡыңғырау.
Бөгөн Иҫке Сибай ауылы дөйөм белем биреү мәктәбендә «Һуңғы ҡыңғырау» тантанаһы уҙҙы.
Сығарылыш класс уҡыусылары үҙҙәренә белем һәм тәрбиә биргән класс етәкселәренә, уҡытыусыларына һәм атай-әсәйҙәренә ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, матур йырҙар йырланылар, шиғырҙар һөйләнеләр. Бөгөнгө көн улар өсөн шатлыҡлы ла, һағышлы ла, ғүмергә иҫтә ҡалырлыҡ байрам булды…
✨Еҙ ҡыңғырау сыңы ғүмерегеҙҙең мәктәп тигән дәүерен ябып, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға саҡырһын һәм алға, яңы офоҡтарға әйҙәһен! Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
#иҫкесибайкитарханаһы