logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

«Китап байрамы» Баймаҡ үҙәк китапханаһында.

📚Бөгөн Башҡортостандың бөтә төбәктәрендә лә асылған «Китап байрамы» Баймаҡ үҙәк китапханаһында ла бара. Был күркәм саралар китап яратҡандар, әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныусылар бергә йыйылып, рухи байлыҡтарыбыҙ менән уртаҡлашты, яңы баҫмалар менән таныша һәм күңелдәренә илһам ала.
Бөгөнгө сарала Иҫке Сибай модель китапханаһы мастер-класс менән сығыш яһаны.
📚Китап — ул кеше аҡылының иң бөйөк хазинаһы. Ул беҙгә донъяны танып белергә, тарих төпкөлөнә юлланырға һәм киләсәкте барларға ярҙам итә. Ошо уңайҙан, был матур байрамда яңғыраған фекерҙәрҙе һәм китап хаҡындағы мәңгелек һүҙҙәрҙе лә иҫкә төшөрөп үтәйек:
📚 «Китап — ул серле утрау, унда сәйәхәт итер өсөн билет алырға ғына кәрәк».
📚«Яҡшы китап — ул быуаттар буйына йәшәүсе дуҫ: ул кәңәштәре менән шатландыра, сабырлыҡҡа өйрәтә һәм ғазаптарыңды еңеләйтә».
📚 «Китаптар — ваҡыт машиналары. Улар ярҙамында беҙ үткәнгә әйләнеп ҡайтабыҙ һәм киләсәкте күрә алабыҙ».
📚 «Бер генә китап та файҙаһыҙ түгел; хатта иң насары ла нимәлер өйрәтә».
Баймаҡ ҡалаһында барған «Китап байрамы» халҡыбыҙҙың китапҡа булған оло ихтирамын һәм һөйөүен тағы бер тапҡыр раҫланы.
Сарала ҡатнашыусыларға артабан да китап уҡыуҙан айырылмауҙарын, ә яңы ғына уҡый башлағандарға был изге юлды дауам итеүҙәрен теләп ҡалабыҙ!