Июнь айына һынамыштар.
☀️Июнгә ҡара ла декабрҙе күҙалла.
☀️Ҡарлуғас йәй башлай, һандуғастан йәй тамамлана.
☀️Июнь айында сәскәләр сәскә ата, һандуғастар йырлай, июнь айында күңелле, ә ризыҡ аҙ.
☀️Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, көн ҡояшлы буласаҡ.
☀️Сәскә атыусы миләшкә бал ҡорттары күпләп йыйылһа, иртәгәһенә һауа торошо һәйбәт булыр
☀️Июндә туғайҙан салғы тотоп үтһәң, июль баҫыуҙан ураҡ тотоп үтерһең.
☀️Июндең егерме һигеҙендә яуған ямғыр ете көнгә һуҙылыр.
☀️Турғайҙар сыр-сыу килеп осһа, үҙ-ара һуғышһа, ямғыр яуыр.
☀️Йондоҙҙар күп атылһа, ел булыр.
☀️Әгәр турғай ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була.
☀️Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ.
☀️Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп булыр.
☀️Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ.
☀️Июндәге ямғырҙар алтын тауға тиң.
#иҫкесибайкитапханаһы
#Библиолето_2026
