logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

☀️8 июнь — «Урал батыр» эпосы көнө.

Башҡортостан Башлығы Указы менән раҫланған республика байрамы.
Бөйөк рухи мираҫты һаҡлауға, йәштәрҙә тыуған яҡ тарихына ихтирам тәрбиәләүгә бағышлана.

Был байрам халыҡтың ауыҙ-тел ижадына, тарихына һәм рухи ҡиммәттәренә арналған.
Сөнки «Урал-батыр» — башкорт халҡының иң бөйөк эпосы. Унда Урал исемле батырҙың яуызлыҡҡа (Шүлгәнгә) ҡаршы көрәше, тәбиғәтте, тере һыуҙы эҙләүе һәм кешелеккә мәңгелек изгелек бүләк итеүе тасуирлана.
Эпостың төп фекере: кеше физик йәһәттән үлемһеҙ булмаһа ла, ул үҙенең изге эштәре менән халыҡ хәтерендә мәңге йәшәй.

….«Тау-урмандар йәшәрһен,
Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,
Ҡошо һайрап маҡтаһын,
Халҡы йырлап хуплаһын,
Ерҙән ҡасҡан дошмандар
Бары күреп һоҡланһын,
Ил һөйөргә ил булып,
Ер һөйәргә бағ булып,
Дошман күҙен ҡыҙҙырып,
Балҡып торор ер …