Өсләтә байрам менән!
Бөгөн Башҡортостан халҡы өс оло тантананы — бер көнгә тупланған ҡотло байрамды билдәләй!
🌿Рәсәй көнө — Ватаныбыҙ именлеге, күп милләтле халҡыбыҙ дуҫлығы өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.
🌿Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуға 452 йыл — быуаттар төпкөлөнән килгән тарихтың тере шаһиты булған тыуған еребеҙҙең күркәм юбилейы. Был — ата-бабаларыбыҙ аманатына тоғролоҡтоң, хәтерҙең һәм киләсәккә ныҡлы нигеҙҙең сағыу билдәһе.
🌿 Салауат Юлаевтың тыуыуына 272 йыл — милли рухиәтебеҙҙең символы, азатлыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булған бөйөк шәхестең данлы исеме тағы ла бер тапҡыр телгә алына.
Тарих битенә алтын хәрефтәр менән яҙылған был даталар беҙҙе берләштерә, илһөйәрлек тойғоларын нығыта. Улар — үткәнебеҙгә ихтирам һәм киләсәккә юл күрһәтеүсе маяҡ.
Йорттарыбыҙға тыныслыҡ, ырыҫ-бәрәкәт, ә күңелегеҙгә дәрт-дарман, илһам теләйем. Байрамыбыҙ мөбәрәк булһын! 🇷🇺🎉