Хәтер һәм ҡайғы көнө…
Мөмкинме ни уны оноторға,
Тарих сүплегенә түгергә?
Буламы ни айырып алып уны,
Йөрәк ите ҡуша тегелһә?
Ә.Моратов.
22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө…
Обелиск янында яу яландарында башын һалған ауылдаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алыу сараһы үтте.
Тарих беҙҙе ул көндән – 1941 йылдың 22 июненнән торған һайын йыраҡҡараҡ алып китһә лә, тулы бер ил халҡының, бер нисә быуын кешеләренең яҙмышын емергән был хәсрәтле көн, уның дауамы булған 1412 көн һәм төн буйы һуҙылған Бөйөк Ватан һуғышы бик күптәрҙең күңел түрендә мәңгелек яра булып һулҡылдай…
#иҫкесибайкитапханаһы
#библиотека_2026
