🌿Саҡыр ғына…
🌿Саҡыр ғына
Ах, туйҙырҙы был ҡәҙимге тормош,
Эс бошорғос һүлпән йәшәйеш:
Иртән торһаң, көтә мәшәҡәттәр,
Көндөҙҙә лә шул уҡ: эш тә эш.
Әйҙә, бер көн бөтәһен дә ташлап,
Хыял донъяһына илт әле.
Ҡайнар йәйгә яңы аяҡ баҫтыҡ,
Ҡышҡа тиклем йыраҡ бит әле.
Күңелдәр ҙә боҙға әйләнмәгән:
Ҡанатлана хистән, мондарҙан.
Саҡыр ғына: мин осорға әҙер
Йәшлегебеҙ һалған юлдарҙан.
Етегәнгә етеп әйләнәйек,
Таң йондоҙон күреп урайыҡ,
Ап-аҡ ҡына ебәк болоттарҙан
Икебеҙгә тирмә ҡорайыҡ,
Бер аҙ ғына шунда торайыҡ…
Гөлфиә Юнысова.
#иҫкесибайкитапханаһы
