logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

🌿Беҙҙең китапханала яңы китап

«Ҡаһармандар юлы»
Хикәйәләр. [төҙ. Э.Ә. Яҡупова] 2025 йыл.
Башҡорт халҡы борон-борондан яугирлығы, батырлығы менән дан ҡаҙанған. Ҡайһы осорҙо ғына алып ҡарама, яу килгәндә һәр ваҡыт иленә ҡалҡан булып дошманға ҡаршы сыҡҡан. Бынан 80 йыл элек фашизмды еңеп, бөтөн донъяны ҡоткарып алып ҡалған совет һалдатының батырлыҡтары бөгөн дә ҡабатлана. Йыйынтыкта тупланған әҫәрҙәр ҙур патриотик тойғоноң кешенең асылын күрһәтеүсе яҡты, мөҡәддәс тойғоларҙың береһе икәнен раҫлай.

Был китапта фронтовик яҙыусыларҙың, шулай уҡ атай-олатайҙарының аманатына тоғролоҡ һаҡлаған ҡәләм оҫталарының бөгөнгө көндә барған махсус хәрби операциялағы яугирҙарҙың ҡаһарманлыҡ өлгөләрен тасуирлаған ижад емештәре лә урын алған.
🌿Йөкмәткеһе:
«Тиңһеҙ батырлыҡ»
Сабит Фазлыев

«Йәләлетдин атай»
Мостай Кәрим

«Каска»
Талха Ғиниәтуллин (Әмир Әминев тәржемәһе).

«Үлән өҫтөндәге ысыҡ»
Шакир Янбаев

«Һалдат флягаһы»
Ибраһим Абдуллин

«Һәйкәл тураһында баллада»
Таңсулпан Ғарипова

«Танкист»
Әмир Әминев.

«Атай икмәге»
Фәрзәнә Акбулатова.

«Даға»
Рәлис Ураҙғолов.

«Аттарҙа ла кеше язмыштары»
Мөнир Ҡунафин.

«Икеһенә бер гармун»
Барый Ноғоманов.

«Алтау, йәки һуңғы граната»
Гөлсирә Ғиззәтуллина.

«Интеллигент»
Миләүшә Ҡаһарманова.

«Геройҙар ваҡыты»
Зөлфирә Ҡазакбаева.