logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

🌿 Ҡоҙоҡтоң ҡото – таҙала, шишмәнең ҡото – тәрбиәлә

  • Ауылдың ветерандар советы шишмәләрҙе таҙартыу эшен башҡарҙы.

Беҙҙең ветерандар советы, ғәҙәттәгесә, һәр миҙгелдә эргә тирәләге шишмәләребеҙҙе байҡап сыға. Яҙын улар бында ағастар, сәскәләр ултыртаһа,йәй һәм көҙ айҙарында иһә, биләмәне йыйыштыралар, үҫентеләргә ҡарайҙар, ремонт эштәре башҡаралар.
Тәбиғәтебеҙ өсөн һалған хеҙмәтегеҙ, ваҡытығыҙ һәм күңел йылығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һеҙ — йәш быуынға тоғролоҡ, тыуған ергә һөйөү өлгөһө.
Изге эштәрегеҙ артабан да дауам итһен!

🌿Рәхмәт әйтеп шишмә буйҙарында,
Япраҡ ярып үҫә имәндәр.
Татлы һыуын эсеп үҫкән халыҡ —
Тыуған ергә тоғро тик йәндәр.
#иҫкесибайкитапханаһы