🎁📚Иң яҡшы бүләк-китап.

Китапханала «Башҡорт китабы аҙналығы» бүләктән башланып китте.
Райман Рямов китапханаға китаптар тапшырҙы.Китап һөйөүсе дуҫыбыҙға рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ, уңыштар теләйбеҙ!
🍁КӨҘҘӘРЕМӘ КЕРӘМ.
Йәйем елеп етте һары көҙгә,
Көҙ һалҡыны килде бик иртә.
Йәйге ҡояш нурын һүрән һирпте,
Нурҙары ла түгел бик иркә.
Һары япраҡ һары көҙөндә һин,
Һағыштарың ҡалдыр үҙеңә.
Һандуғаслы йәйем, сәскә гөлөм
Елеп барып етте көҙөнә.
Ҡоштар китер һауа ярып, иңләп,
Сыңғырауҙар телер тик күкте.
Ҡыш бәғерен татыр ҡайындарҙы
Һары һағыш – һары көҙ үпте.
Һүтәһем бар көҙҙөң һағыштарын,
Аҡ келәмгә баҫып ҡыш аша.
Йәйҙәремә яҙҙар юллар ҡышым –
Бер күҙ асып, йомған шул ара.
Рәйлә Хисматуллина.
#Башҡорткитабыаҙналығы
#Неделябашкирскойкниги
#иҫкесибайкитапханаһы