17 апрелдә “Милли кейем көнө”
🌿17 апрелдә Башҡортостанда Республика халыҡтарының милли кейем көнө уҙғарыла.
🌿Был байрам йылына ике тапҡыр үтә һәм мәҙәни кодты һаҡлауға, традицион кәсептәрҙе популярлаштырыуға, милләт-ара диалогты нығытыуға йүнәлтелгән.
🌿Байрам Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтә лә йөҙләгән майҙансыҡты берләштерә.
🌿Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһында “Сулпылар” балалар баҡсаһы балалары менән осрашып, милли кейем үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.Башҡорт ҡатын-ҡыҙының яратып ябынған яулыҡ төрө — “француз яулыҡ”
тураһында ла һөйләштек.
🌿Халҡыбыҙҙа 19-сы быуатта киң таралған был кейем элементы Наполеон яуҙарынан һуң билдәле булып киткән. Башҡорт яугирҙары үҙҙәренең әсәһе, һеңлеһе, һөйгән йәрҙәренә ҡәҙерләп бүләк иткәндәр. Шул осорҙан алып был яулыҡ милли кейемебеҙҙең бер өлөшөнә әүерелгән.
🌿Яулыҡ менән халҡыбыҙҙың күп йолалары, уйындары бәйле. Йәштәр араһында “Йәшерәм яулыҡ”, “Яулыҡ осоро”, “Яулыҡ йүгертеү”, “Лыбыр-лыбыр” уйындары билдәле.
Туй йолаларында ла яулыҡ төп урын биләй. Туйға барған сананың дуғаһында бер яғында таҫтамал, икенсе яғында иһә яулыҡ бәйләнгән булған.

