logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

22 июнь Хәтер һәм ҡайғы көнө.

22 июндә Мәскәү ваҡыты менән 12:15 сәғәттә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты уҙа.
Был көндө 1941 йылдың 22 июнендә башланған Бөйөк Ватан һуғышын иҫкә алалар. Хәтер һәм ҡайғы көнө һуғыш ҡорбандары иҫтәлегенә 1996 йылда булдырылған.

22 июндә дәүләт флагтары төшөрөлә, хәтер һәм матәм саралары үткәрелә, мемориалдарға һәм хәрби ҡәберлектәргә сәскәләр һалына.
Бөтә Рәсәй тынлыҡ минуты 2020 йылдан алып йыл һайын уҙғарыла.

Уның ваҡыты — Мәскәү ваҡыты менән 12:15 — осраҡлы һайланмаған. Тап ошо ваҡытта эфирға Советтар Союзы граждандарына Германияның СССР-ға һөжүм итеүе тураһында мөрәжәғәте сыҡҡан.