🌺90 йәшлек- оло юбилейҙар.🌺
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
#ССМБ#Юбиляргода
✍Иҫке Сибай ауылында йәшәүсе Хәмзина Маһинур һәм Фәүҡинур Әбдрәхимова үҙҙәренең күркәм, оло ғүмер байрамын 90 йәшлек юбилейҙарын билдәләй.🌺
📚Маһинур Шәкир ҡыҙы (Иҫке Сибай килене) 1933 йылдың 27 ғинуарында доңьяға килгән.
Ауылға килен булып төшкәндән бирле хаҡлы ялға сыҡҡансы Сауҙа хужалыҡ предприятиеһында (ХТП) бухгалтер булып эшләй.📚
📚Фәүҡинур Ғәбит ҡыҙы (Билалова) 1934 йылдың 1 февралендә Иҫке Сибай ауылында доңьяға килгән. 37 йыл Сибай ҡалаһында төҙөүсе- ташсы булып эшләй.📚
🌺Намыҫлы хеҙмәт юлы үткән , оҙон ғүмҽрлҽ инәйҙәребеҙ ауылыбыҙ ғорурлығы,йәш быуын өсөн ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлылыҡ өлөһө булып тора.
🌺Абруйлы, олпат тормош байрамын билдәләүселәрҙе Сибай ауыл хакимиәте башлығы Айнур Мөхтәр улы Сибаев ,актив менән бергә ҡотлап Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Ғәбдрәшит улы Әминев исеменән бирелгән открытка һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
🌺Юбилярҙарға алдағы тормоштарында ла ныҡлы һаулыҡ, именлек һәм балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре менән артабан да бәхетле ғүмер кисереүҙәрен теләйбеҙ!🌺