Абдулхаҡ Игебаев
Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Ул йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1946-1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, ” Ҡыҙыл таң “, ” Совет Башҡортостаны ” газеталары һәм ” Ағиҙел ” журналы редакцияһында әҙәби сотрудник булып эшләй.
Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948-1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә тәүге китабы – ” Йәшлек йыры ” тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан алып уның шиғыр һәм поэмаларының, йыр һәм очерктарының унға яҡын китабы сыҡты.
Абдулхаҡ Игебаев нигеҙҙә лирик шағир. Ул халыҡ яҙмышы тураһында тәрән уйлана, заман менән бергә һулыш ала. Уның шиғырҙарына айырыуса йәшлек дәрте менән һуғарылған лиризм, алсаҡ юмор хас. Ошо сифат Абдулхаҡ Игебаевтың йырҙарында ла асыҡ сағыла. Шағирҙың ” Корея ҡыҙы ” һәм Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, Советтар Союзы Геройы Тәфтизән Миңлеғоловҡа бағышланған ” Ирәндек бөркөтө ” исемле поэмалары ҙур күләмле поэтик әҫәрҙәре араһында иң уңышлы лары.
1963 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.1980 йылда Башҡорт АССР-ының һәм 1991 йылда – РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1990 йылда – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
2010 йылда – Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә лайыҡ була.
Абдулхаҡ Игебаев оҙаҡ һәм ҡаты ауырығандан һуң 2016 йылдың 27 сентябрендә Өфөлә вафат була.
