logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

ҒАИЛӘ ТУРАҺЫНДА БАШҠОРТ МӘҠӘЛДӘРЕ

 

☘️Улың булһа, олоҡло менән күрше бул, ҡыҙың булһа, ҡылыҡлы менән күрше бул.

☘️Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.

☘️ Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын ҡос.

☘️Ҡыҙы барҙың наҙы бар. Ҡыҙлы йорт – нурлы йорт.

☘️Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.

☘️Ҡыҙҙар ярата йылы һүҙ, ҡаты әйтмә, егет, түҙ.

☘️ Иреңдән айырылғансы, күкрәгеңдәге йәнеңдән айырыл.

☘️Ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә — ҡатын.

☘️Ҡатынды йөҙөк ҡашы иткән дә, мунса ташы иткән дә — ир.

☘️ Ҡатын артынан мал килер, ҡыҙ артынан дан килер.

☘️Ир ғәйрәтле булһа, ҡатын ғибрәтле булыр.

☘️Ҡатын теләһә, ишәктән ир яһар, теләһә, ирҙән ишәк яһар.

☘️Ҡатын һәлкәү булһа, ир ялҡау булыр.

☘️Ҡатынмын тигән ҡатында ат башындай алтын ятыр.

☘️Ҡатынынан айырылғандың ҡанаты ҡайырылған.

☘️ Ҡатын уңғаны иргә яраған, ир уңғаны илгә яраған.

☘️Бала – ата-әсәгә алтын бағана.

☘️Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.

☘️Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер, баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡарт итер.

☘️Ҡыҙ байлығы – күркәм холоҡ, ир байлығы – тәүәккәллек.

☘️ Ҡыҙ егеткә ҡушыла – ебәк булып ишелә.

☘️Ҡыҙ күңелендә – балалы бишек, ир күңелендә – эйәрле ат.

☘️Ҡыҙ оҙатҡан яланғас ҡалыр, килен алған түренә урын һалыр.

☘️Ҡыҙҙың кемлеге кемәйенән (әхирәтенән) билдәле.

☘️ Ҡыҙыңды үҙеңдән түбәнерәккә бир, киленде үҙеңдән юғарыраҡтан ал.

☘️Татыу ғаилә – ил күрке.

☘️ Кесегә мәрхәмәт ит, олоға итәғәт ит.

☘️Ҡартты ҡәҙерләһәң, ҡартайғас ҡәҙер күрерһең.

☘️Ололарҙы ололау – яҡшылыҡтың билдәһе.

☘️Бер олоноҡон тыңла, бер кесенекен тыңла.

☘️ Ҡояш янында – йылылыҡ, әсә янында – изгелек.

☘️ Малайға тәрбиә биреп ил тәрбиәләйһең, ҡыҙға тәрбиә биреп милләт тәрбиәләйһең.

☘️ Ағаһын күреп, ҡусты үҫер, апаһын күреп, һеңле үҫер.

☘️Ир бала атаһына таяу, ҡыҙ бала өй эсендә буяу.

☘️Бала итәктә һөйҙөрә, итәктән төшһә – көйҙөрә.
📚Әйткәндәй,2026 йыл Башҡортостанда
Ҙур һәм татыу ғаилә йылы, тип иғлан ителде.
# иҫкесибайкитапханаһы