“Айыҡ ҡатын”- Урал арьяғы райондарында!
Бөгөн, Иҫке Сибай ауылының ҡатын-ҡыҙар советы ҡыҙҙары-Утарбаева, Әнисә Мисбах ҡыҙы ,Ильясова Лилиә Фитрат ҡыҙы, Танһыҡҡужина Эльвира Урал ҡыҙҙары Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында үткән « Айыҡ ҡатын» исемле сараһында ҡатнаштыҡ.
«Айыҡҡандарын данлау түгел, һаҙлыҡтағыларын сығарыу – «Айыҡ ҡатын» проектының төп маҡсаты ине. Йыл дауамында был проект бөтә район биләмәләрен урап сыҡты- ти Роза Разап ҡыҙы Рәсембәтова, Хәйбулла районының район хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары.
Проект сиктәрендәге осрашыуҙың һуңғыһы бөгөн Әбүбәкер ауылында уҙҙы. Сараның Әбүбәкерҙә тамаланыуы осраҡлы түгел, айыклык, именлек территориялары был ауылдар. Бөгөнгө осрашыуҙа Баймаҡ, Йылайыр һәм Бөрйән райондарының “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыусы ауыл вәкилдәре лә ҡатнашып, хәйбуллаларҙың ошо юҫыҡтағы тәжрибәһен өйрәнде.
Район хакимиәте, хәстәрлек һәм ҡурсалау бүлеге, “Ғаилә” хеҙмәте белгестәре һәм ирекмәндәрҙән торған ойоштороусыларҙың теләге бер – айырым ауылдар ғына түгел, тотош райондар әйләнһен ине айыҡлыҡ территорияһына…
Әнисә Утарбаева