Алтын утта һыналыр, әҙәм эштә һыналыр.

Бөгөнгө көндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – айырыуса иғтибар үҙәгендә. Башҡортостанда эш бөтә йүнәлештәр буйынса ла алып барыла.

Беҙҙең Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауыл мәктәбендә уҡыусылар, мәктәп хеҙмәкәрҙәре, ағинәйҙәр һәм башҡа битараф булмаған ауылдаштарыбыҙ ваҡыт табып маскировкалау селтәрен әүҙем үрәләр.
Барыһының да теләге бер – яуҙа йөрөгәндәр еңеү яулап, барыһы ла имен-һау ғына һәм тиҙерәк үҙ төйәктәренә әйләнеп ҡайтһындар!
