Атайсал ерендә милли башҡорт ярыштары гөрләне.
🍁 Атайсал ерендә милли башҡорт ярыштары гөрләне
«Тай-тулаҡ» милли уйынды тергеҙеү сиктәрендә үткән был сарала, төрлө милли спорт ярыштары дәррәү үтте. Сәмле ярыштарға Башҡортостандың 54 районынан һәм Ырымбур, Силәбе өлкәләренән дә ҡатнашыусы үҙ көсөн һынап ҡараны .
Ярыштар йыр моңға сорналып, дәртле барҙы.
Сараға килгән көйәрмәндәр өсөн «Көрәш», «Милли йәйәнән уҡ атыу»,«Һыбай килеш уҡ атыу» «Ауҙарыш»,«Тай-тулаҡ», төрлө ат сабыштарын ҡарап янып-көйөргә, хәләл шешлек, былау һәм тәм-томдар ауыҙ итеп шәп ял итергә бар мөмкинселектәр ҙә бар ине.
«Тай-тулаҡ» ярыштары атҡа мәҙхиә йырлау ғына түгел,ә тотош башҡорт халҡының берҙәмлеген,ҡыйыулығын сағылдырыусы сараларҙың береһе булып ҡалыр, тип ышанабыҙ.
#иҫкесибайкитапханаһы
