🍁Ауылыбыҙҙа «Таҙа кесаҙна»өмәләре гөрләне.
Ауылыбыҙҙа— оло өмә үтте.
Битараф булмаған ауылдаштарыбыҙ дәррәү йыйылып, үрге зыяраттың яңы тимер ҡоймаларын буярға сыҡты.Күмәкләгән — яу ҡайтарған тигәндәй, берҙәм тотонғас, эштәр гөрләп барҙы..
Был көндө шулай уҡ ауыл мәҙәниәт йортонда ла косметик ремонт дауам итте.
Берҙәмлектә — бәрәкәт.Мәҙәниәт йорто тағы ла күркәмләнеп, нурланып китте.
Был көн барыбыҙ өсөн дә ысын мәғәнәһендә хеҙмәт байрамына әйләнде.
Артабан да ошондай сараларҙан ситтә ҡалмайыҡ,ауылыбыҙҙы бергәләп төҙөкләндерәйек.
#иҫкесибайкитапханаһы