Ауылыбыҙ гәүһәре
Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеме көнөнә арналған сарала Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Мин – милли кейемдә” конкурсына йомғаҡ яһалды.
Тыуған Иҫке Сибай ауылыбыҙҙың “Шәфәҡ” ағинәйҙәр ойошмаһының (рәйесе – Йосопова Илүзә Илгиз ҡыҙы) милли кейемдәре юғары баһаланды.
Әйткәндәй, беҙҙең ағинәйҙәр төрлө яҡтан да уңған! МХО- ға ярҙам йыйыу эшен әүҙем алып баралар, йәш быуынды тәрбиәләү, тыуған илде һәм тәбиғәтте һөйөү, патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Шулай уҡ онотолған йолаларҙы яңынан тергеҙеү өҫтөндә эшләйҙәр.