logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Ауылым йыльяҙмаһында исемдәр

 


📚Ваҡыт уҙа, заман үҙгәрә, яңы мөмкинлектәр асыла. “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә 2021 йылда урындағы телевидение барлыҡҡа килә. Уны сәмле, дәртле ауылдашыбыҙ Гөлнара Иҙрисова башлап ебәрә. Быйыл да “Атайсал ТV”-ға төрлө ойошмалар ҡыҙҙары ҡушылып, эш даирәһен киңәйтеп, йәнләндереп ебәрҙе.
Телевидение эше тәү ҡарашҡа бик ябай кеүек күренһә лә, сюжет эшләү, геройҙар табыу, диктор булыу һәм уны эфирға алып сығыуға ла үҙенә күрә ижади ҡараш талап ителә.
Ошо юҫыҡта ҡыҙҙарыбыҙ, яңылыҡтар менән ваҡытында таныштырыу, төрлө ҡыҙыҡлы, фәһемле һәм тәрбиәүи тапшырыуҙар әҙерләүгә бар тырышлығын һала.
Үҙен бар яҡлап асырға тырышҡан, заман менән йәнәш атлаған, креатив, маҡсатлы команда эшләй ”Атайсал ТВ”ла:
Иҙрисова Гөлнара – етәксе, диктор
Ильясова Лилиә – администратор, корреспондент
Батталова Айгөл- ҡораусы, корреспондент
Хөсәйенова Гөлгөнә – оператор, ҡораусы
Бикҡолова Гөлфирә -корреспондент
Ибраһимова Азалия – корреспондент
Ирназарова Зәлиә – оператор – ҡораусы
Ваһапова Юлиә – корреспондент
Нураева Гөлдәр – корреспондент
Киләсәктә лә шулай хеҙмәттән тәм табып, дәртләнеп эшләргә яҙһын. Уңыштың нигеҙе тап шунда булыуы күптәндән һыналған. 📚
Беҙ профессионалдар түгел ҡәтғи хөкөм итмәгеҙ )
Эш ваҡытындағы фотолар аҫта👇