Ауылым йыльяҙмаһында кешеләр
#проектАуылымйыльяҙмаһындаисемдәр
#проектИменавлетописисела
#Годучителяинаставника
🌺Тәрбиәсе-ул уҡытыусы һәм остаз ғына түгел, ә һәр ваҡыт тыңларға һәм ярҙам итергә әҙер булған дуҫ та. 🌺
📚Сабыйҙарға йөрәк йылыһы, белем һәм тәрбиә биреп, ихлас эшләүсе “Сулпылар” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Венера Муллахмәт ҡыҙы.
📚Исмәғилева Венера Муллаәхмәт ҡыҙы 1965 йылдың 13 декабрендә Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында тыуған. 1982 йылда 8 класты тамамлай һәм Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Педагогик эшмәкәрлеген 1985 йылда Баймаҡ районы Ҡазанка ауылында тәрбиәсе булып башлай. 1988 йылда Иҫке Сибай ауылының “Сулпылар” балалар баҡсаһына күсерелә һәм әлеге ваҡытта ла, 35 йыл дауамында, тәрбиәсе булып хеҙмәт итә.📚
📚Эшләү дәүерендә белемен дә камиллаштыра ул, 2004-2008 йылдарҙа Магнитогорск дәүләт университетында уҡый, юғары белем ала ,2004 йылда беренсе квалификация категорияһына ,2012 йылда юғары квалификация категорияһына аттестация үтә. 📚
📚Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн хөкүмәтебеҙҙең грамоталары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә; Башҡортостан республикаһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рескомы Президиумының почет грамотаһы (2012 йыл); Баймаҡ районы хаҡимиәтенең мәғариф Бүлегенең почет грамотаһы (2015 йыл); (2017 йыл) Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы хакимиәте почет грамотаһы; Башҡортостан республикаһы мәғариф Һәм фән Министрлығының почет грамотаһы (2019 йыл)
🌺Тормош иптәше Рәмил Исмәғилев менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. 🌺
📚Венера Муллаәхмәт ҡыҙы үҙ эшенең оҫтаһы, бай педагогик стажлы, тәжрибәле, юғары категориялы, үҙ эшенә бирелгән, намыҫлы, итәғәтле, ярҙамсыл тәрбиәсе. 📚
🌺Тыныс, һәр ваҡыт йылмайып һәм яҡшы кәйефтә булған тәрбиәселәрен тәрбиәләнеүселәре ярата: балалар баҡсаһына теләп киләләр, дәрестәрҙә әүҙемлек күрһәтәләр, бөтә мәҙәни, спорт һәм күңел асыу сараларында рәхәтләнеп ҡатнашалар.
🌺🌺🌺Етеп килгән тәрбиәселәр көнө уңайынан һеҙҙе ихлас ҡотлайбыҙ.! Сабырлыҡ, ижади уңыштар, һаулыҡ һәм бәхет теләйбеҙ!🌺🌺🌺