logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Ауылымдың арҙаҡлы уҙаманы

#Неделя_краеведенияБМЦБ
#Тыуған_яҡты_өйрәнеү_аҙналығы
📌Сәғәҙәт Ғәтиәт улы Ишбирҙин
/1930-2022/
📚Бала сағы ауыр Бөйөк Ватан һуғышы осоронына тура килеү сәбәпле, бәләкәй генә саҡтан уҡыуын өҙөп, колхоз бригадаһында ер тырматыуҙа йөрөй, шунан һуңғараҡ йылҡы көтөүсеһе итеп ҡуялар. 📚
📚Тырыш малайҙы колхоз рәйесе артабан күсер, иҫәп-хисап эшенә тәғәйенләй. Тик 1945 йылда, һуғыш тамамланғас, уҡыуын дауам итә ала Сәғәҙәт Ғәтиәт улы. Иҫке Сибай ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сибай руднигында урта мәктәпте тамамлай. 📚
1966 й. Магнитогорск педагогия институтында белем ала, 1950 йылдан 1-Этҡол урта мәктәбендә уҡытыусы, артабан 1952 Йылдан завуч булып эшләй. 1953-1957й.й. Иҫке Сибай урта мәктәбе директоры. 1958-1964 й.й. Сибай совхозының КПСС комитеты секретары. 1965-1990 й.й. Иҫке Сибай урта мәктәбе директоры.
📚”Фиһәҡәр хеҙмәте өсөн» ордены, «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгән. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн БАССР(1971), РСФСР (1979) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен йөрөтә.
📚Ауылдың тормошона , тарихына битараф булмаған Сәғәҙәт Ишбирҙин йәмғиәт эшендә ҡайнап эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, бер нисә йыл рәттән, ауылдың ветерандар Советын етәкләй.
Ике китап авторы; “Тыуған яғымдың үткәне һәм бөгөнгөһе”(2015), ”Иҫке Сибай – тыуған ауылым”(2018). Боҫтан күле, Атайсал тауы, Төлкөҡамаған… Сибай янындағы ер-һыу атамалары, Иҫке Сибай ауылы тарихы һәм башҡа әһәмиәтле мәғлүмәттәрҙе тыуған яҡты өйрәнеүсе Сәғәҙәт Ишбирҙин туплаған баҫмала табырға мөмкин.📚