logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Август — йәйҙең аҙаҡҡы айы.

🌿Август
үҙенең исемен Рим императоры Октавиан Август исеменән алған.
Көн оҙонлоғо 15 сәғәттән ашыу.

🌿Август — йәйҙең аҙаҡҡы айы. Аяҙ, ҡайһы саҡта хатта эҫе көндәр торһа ла, көҙҙөң яҡынлашыуы һиҙелә. Яуым-төшөм уртаса 68 мм. Уртаса һауа температураһы 13 градустан 17 градуска тиклем тирбәлә.

🌿Августа миләш, балан, ҡара бөрлөгән (ежевика), муйыл, ҡыҙыл көртмәле (брусника) өлгөрә.
Августа төшкә тиклем йәй, төштән һуң – көҙ.

🌿Август – һалҡын иртәләр һәм мул ысыҡтар айы.

🌿Йәйғор төньяҡтан көньяҡҡа табан булһа ямғыр көт, көнсығыштан көнбайышҡа табан булһа, hayа торошо яҡшы була.

🌿Август менән йәй бөтә.
🌿Август төшкә тиклем-йәй, төштән һуң-көҙ. Егермеләренән һуң тәүлектә уртаса температура 15 градустан түбәнәйә.
🌿1 августа еүеш икән -көҙ ҙә еүеш, ҡоро икән- көҙ ҙә ҡоро.
А. М. Әхтәмов
М. Х. Әхмәтов «Календарь һәм Һынамыштар» китабынан.
Китапты беҙҙең китапханала табырға мөмкин.
#иҫкесибайкитапханаһы