🌿АВГУСТ
Август, август… Сихри биҙәктәрең
Күңелемә күсә нағыш булып.
Ҡай сағында шундай һыҙландыра
Йөрәк семтер генә һағыш булып…
Ағасынан өҙөлөп кенә төшкән
Йәтим генә ҡалған япраҡтарҙай,
Кисә көлөп, бөгөн башын эйгән
Ҡыуарып та ҡалған ҡыуаҡтарҙай,
Мин үҙемде шундай итеп тоям,
Бөтә донъям моңһоулыҡҡа сумған.
Балҡып аткан сәскә гөлдәремдең
Күҙҙәренә ысык-йәштәр тулған…
Бер мәл генә икән һинең йәмең,
Эх, үтәһең, август, бына һин дә.
Һин генәме, тотош ғүмер үтә,
Ҡабатланмам, ахыры, бына мин дә…
Август, август…Һинең төҫтәреңде
Күңел дәфтәремә сигәм ҡайып.
Һинең йөҙөңдә лә уйсан һағыш,
Ҡояшың да, ана, бара байып…
Август, август… Һинең ептәреңдән
Мин тукыйым аҫыл ғына келәм.
Был ғүмерҙәр ике килмәйҙәр шул,
Ике килмәйҙәр шул, их, мин беләм…
Айзилә Мортаева.
#иҫкесибайкитапханаһы