logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Бөгөн Башҡортостандың тәүге халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 118 йыл

Иҫке Сибай модель китапханаһында яҙыусының ижад емештәре күргәҙмәһе ойошторолдо.

Килегеҙ, ҡарағыҙ, уҡығыҙ!

Зәйнәб Биишева
(1908—1996)
«Төн. Башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле, күҙҙең яуын алып,
йымылдап торған аяҙ күктә, алтын табаҡтай, тулған ай йөҙә. Таллыҡта
һандуғастар сутылдаша. Тирәк башында кәкүк саҡыра. Күләүектә
тәлмәрйендәр баҡылдаша. Оло Эйек йылғаһы, үҙенең мәңге шат, шаян
йырҙарын һандуғас моңдарына мансып, ҡыуана-көлә, бер өҙлөкһөҙ сылтырап
аға ла аға…»
Ошондай шиғри картина менән башланып китә Зәйнәб Биишеваның
«Яҡтыға» исемле трилогияһы. Иң элек ана шул гүзәл яҙғы төндәрҙең береһе,
Оло Эйек буйында ултырған башҡорт ауылы, бәләкәс кенә, ләкин зирәк
аҡыллы, яҡты күңелле Емеш һәм уның ата-әсәһе, туғандары менән танышып,
беҙ инде артабан ҙур тарихи ваҡиғалар эсенә, революция һәм граждандар
Һуғышы дәүерендә халҡыбыҙҙың яҙмышын һәм көрәшен, ҙур уй-хыялдарын
һәм ынтылыштарын һүрәтләгән образдар донъяһына инеп китәбеҙ.
«Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» тигән романдарҙы
берләштереүсе был киң ҡоласлы трилогияны кемдәр генә белмәй ҙә, кемдәр
генә яратып уҡымай! Был әҫәрҙәр, хәҙер күп тапҡырҙар башҡортса һәм русса
ҙур тираждар менән баҫылып сығып, Бөтөн Рәсәй китап һөйөүселәренең
иғтибарын һәм ихтирамын яуланы. Трилогия ҙур талант эйәһе Зәйнәб
Биишеваның башҡорт милли прозаһын үҫтереүгә индергән ҡиммәтле ижад
емеше, ижад ҡаҙанышы булды.
Эйе, «Яҡтыға» — әҙәбиәтебеҙҙең ысын мәғәнәһендә күркәм бер ҡаҙанышы.
Ләкин яҙыусының алты тиҫтә йылдан ашыу дауам иткән ижад юлы бынан
башҡа тағы ла әллә күпме илһамлы артылыштар менән билдәләнгән. Сөнки иң
элек үҙенең эпик романдары менән танылһа ла, Зәйнәб Биишева асылда киң
диапазонлы, киң һулышлы әҙибә: прозаик, драматург, шағирә. Зәйнәб Биишева
һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы бик йыш ишетәбеҙ. Уның шиғырҙары һәм шиғри драмалары «Әҫәрҙәр»енең айырым бер томының төп өлөшө булараҡ донъя
күрҙе. «Серле йөҙөк», «Гөлбәҙәр», «Тылсымлы ҡурай» тигән драма әҫәрҙәре
үҙебеҙҙә лә, республиканан ситтә лә театр сәхнәләрендә уңыш менән барҙы.
Зәйнәб Биишева проза жанрының бөтөн төрҙәрендә лә күп һәм уңышлы
ижад итте, ысын мәғәнәһендө классик өлгөләр биреүгә өлгәште. Ижадының
тәүге осоронда ул хикәйәләр, әкиәттәр, нәҫерҙәр, очерктар яҙа һәм даими
рәүештә матбуғатта көнүҙәк темаларға публицистик мәҡәләләр менән сығыш
яһай.
Уның ижади үҫешендә повестар һәм хикәйәттәр ҙә шаҡтай ҙур урын ала.
Илленсе йылдар уртаһында донъяға сыҡҡан «Дуҫ булайыҡ» повесы менән
яҙыусы үҙен башҡорт балалар әҙәбиәтенең күренекле оҫтаһы итеп таныта.
Алтмышынсы йылдар башында Зәйнәб Биишева, мөһим әхлаҡ
проблемаларына мөрәжәғәт итеп, бер-бер артлы «Сәйер кеше», «Уйҙар,
уйҙар…», «Ҡайҙа һин, Гөлниса?» исемле хикәйә һәм повестар ижад итә. Был
әҫәрҙәр үҙҙәренең социаль үткерлеге, әхлаҡ һәм тәрбиә мәсьәләләренең етди
ҡуйылышы менән шул осор башҡорт прозаһы үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонто
яһаны.
Бөйөк яҙыусының ижад һандығында, күләм яғынан бигүк ҙур булмаһа ла,
идея-художество ҡиммәте менән айырылып торған тылсымлы һәм ғәжәп
фәһемле әҫәрҙәр — «Һөнәрсе менән Өйрәнсек», «Мөхәббәт һәм нәфрәт» исемле
хикәйәттәр бар. Боронғо башҡорт тормошонан алынған тетрәндергес мөхәббәт
фажиғәһе артабан «Зөлхизә» исемле драматик поэмаға нигеҙ итеп алынған.
Был әҫәрҙең эмоциональ-поэтик йөкмәткеһе бөгөнгө уҡыусыны тәрән
тәьҫирләндерә, уның күңелендә юғары зауыҡлы тойғолар тәрбиәләй.
Зәйнәб Биишева — ысын мәғәнәһендә халыҡ яҙыусыһы. Уның ҙур һәм күп
яҡлы ижады үҙе генә лә илебеҙҙә башҡорт милли һүҙ сәнғәтенең күркәм бер
кәүҙәләнеше тип иҫәпләнергә хаҡлы. Сөнки ул үҙе лә — быуаттар буйы азатлыҡ
өсөн йән аямай көрәшеп, 1917—1919 йылдарҙа милли автономиялы булған һәм
бөтә һәләттәрен, таланттарын үҫтереүгә киң мөмкинселектәр алған башҡорт
халҡының тоғро күңелле, яҡты фекерле бер ҡыҙы. Шуның өсөн дә уның барлыҡ
ижады халҡыбыҙҙың рухи бөйөклөгөн раҫлауға йүнәлдерелгән.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева оҙон һәм фәһемле, яҡты һәм емешле ижад
ғүмере үткән оло талант эйәһе ине. Ул 1908 йылдың 2 (яңы стиль менән 15)
ғинуарында элекке Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Бөрйән-Ҡыпсаҡ олоҫо
(хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы) Туйөмбәт
ауылында алтынсы бала булып донъяға килә. Кесе йәштән әсәһеҙ ҡалып, бала
сағында бик күп михнәттәр күрә. 1919 йылдың көҙөндә, әҙибәнең үҙ һүҙҙәре
менән әйткәндә, оҙаҡ ваҡыт һуҙылып килгән үпкә ауырыуынан атаһы ла түшәккә йығыла һәм оҙаҡламай ауырыу уны ҡара ер ҡуйынына алып китә. Шул
сәбәпле буласаҡ яҙыусы 1924 йылдың йәйендә бары тик ун алты йәшендә генә
ауыл мәктәбенең дүртенсе синыфын тамамлай. Зирәк Зәйнәпте шул уҡ йылда
олоҫ үҙәге Ташлы ауылына ике айлыҡ әҙерлек курсына уҡырға ебәрәләр. Унда
техникумдарға инеү өсөн әҙерлек үткән үҫмерҙәрҙең бер төркөмөн Өфөгә,
Ленин мәктәбенә алып барып урынлаштыралар, икенсе төркөм иһә
Ырымбурға, Башҡорт халыҡ йорто Каруанһарайҙа яңы асылған Башҡорт
педагогия техникумына барырға тейеш була. Зәйнәб Биишева икенсе төркөмгә
эләгә.
«Техникум ике әҙерлек курсы һәм дүрт төп курстан тора, йәғни алты
йыллыҡ ине, — тип хәтерләй аҙаҡ яҙыусы. — 1924/25 уҡыу йылының көҙөндә
мин дә ошо техникумға барып индем. Мине башта беренсе әҙерлек курсына
алдылар. Бер-ике ай уҡығас, икенсе әҙерлек курсына күсерҙеләр». Техникум,
төплө белем, һәйбәт тәрбиә биреү менән бергә, ижади атмосфера, юғары
маҡсаттарға инанғанлыҡ тойғоһо менән айырылып тора. Өҫтәүенә, ул ваҡытта
уҡ бер быуатҡа яҡын тарихы булған данлы Каруанһарай бинаһында уҡыу үҙе
генә лә ни тора. Йәнә килеп, шанлы 1917 йылда башҡорт халҡының иң тәүге
ҡоролтайҙары ла нәҡ ошо тарихи бинала үткән, ошонда, өсөнсө ҡоролтайҙа
башҡорт дәүләтселеге — Башҡорт автономияһы иғлан ителгән. Уҡытыусылар
араһында Ырымбурҙа яңы булып үткән шул тарихи ваҡиғаларҙы ишетеп-күреп
йөрөгән, Әхмәтзәки Вәлиди идеяларына теләктәш патриотик рухлы,
заманының юғары мәҙәниәтле педагогтары ла була. «Ә инде әҙәбиәт дәресе
минең өсөн оло байрам ине, — тип яҙа аҙаҡ Зәйнәб Абдулла ҡыҙы. — Беҙҙең
әҙәбиәт уҡытыусыһы Ғәлим Айҙаров ысын мәғәнәһе менән үҙ эшенең оҫтаһы
ине. Уның дәресендә һалҡын һәм ғәмһеҙ йөрәк менән ултырырға һис тә
мөмкин түгел… Уның дәресе, икһеҙ-сикһеҙ гүзәл даръя булып, беҙҙең йәш
йөрәктәрҙе эшкә, хеҙмәткә ярһыта, ил өсөн, халыҡ өсөн намыҫлы хеҙмәткә
дәртләндерә, Тыуған илгә ҡарата йөрәктәрҙә сикһеҙ мөхәббәт тәрбиәләй ине».
Эйе, Каруанһарай һәм шунда урынлашҡан Башҡорт педагогия техникумы
Зәйнәб Биишеваға, шул йылдарҙа унда уҡыған бик күп башҡорт йәштәренә
ысын мәғәнәһендә ҡанат ҡуя, уларҙы тормошҡа, ижадҡа, хеҙмәткә әҙерләп
сығара. Сәғит Агиш, Баязит Бикбай, Ғәйнан Хәйри, Сабит Суфиянов (Әбүс),
Төхфәт Морат, Ҡасим Аҙнабаев, Сәғит Әлибаев, Таңһылыу Рәшитова һымаҡ
оло шәхестәргә нәҡ бына ошо Каруанһарай ҡанат ҡуя.
1929 йылда техникумды тамамлағас, 3. Биишева: «Үҙемде эшкә иң алыҫҡа
ебәреүегеҙҙе һорайым», — тип ғариза яҙып, Баймаҡ районы Билал ауылына
эшкә китә. Ошо төпкөл ерҙәрҙә — Билалда, Темәстә ун ике йыл балалар уҡыта,
йәмәғәт тормошонда ең һыҙғанып ҡатнаша, комсомолдың Темәс ойошмаһы сәркәтибе итеп һайлана. 1930 йылда «Октябрь» журналында уның «Гөрләүектәр
араһында» тигән хикәйәһе баҫылып сыға. 1929 йылда Билалда уҡытҡан саҡта ул
аҙаҡ башҡорт әҙәбиәтендә классика булып таныласаҡ «Яҡтыға» трилогияһының
тәүге әҫәре — «Кәмһетелгәндәр» романын яҙа башлай. (Был китап тәү башлап
1958 йылда баҫылып сыға һәм донъя күреү менән үк әҙәбиәтебеҙҙең ҙур
ҡаҙанышы булараҡ оло баһаға лайыҡ була.) 1931 йылда Зәйнәб Биишева
«Пионер» журналының мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Артабан ул бер аҙ ваҡыт
Башҡортостан китап нәшриәтенең дәреслектәр бүлеге мөдире булып эшләй.
1934 йылда 3. Биишева, был юлы инде ғаиләһе менән бергә, яңынан алыҫ
районға китә. Йыл ярым самаһы ул Мәсетле МТС-ында «Ударник» гәзитенең,
артабан, 1938 йылға тиклем, Салауат районы гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре була.
1939 йылда Өфөгә ҡайтып, ун ике йыл «Ҡыҙыл Башҡортостан» республика
гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре, Башҡортостан радио комитетының әҙәби редакция
мөхәррире, Башҡортостан китап нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлеге мөдире
вазифаларын башҡара. 1951 йылдан әҙибә тулыһынса ижади эшкә күсә.
3. Биишеваның «Партизан малай» тигән тәүге китабы 1942 йылда нәшер
ителә. Шул ваҡыттан һуң ул поэзия, проза, драматургия жанрҙарында бер-бер
артлы күп һанлы әҫәрҙәрен яҙа, очерктар һәм публицистика өлкәһендә эше
алға китә, рус әҙәбиәтенең классик әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә.
«Яҡтыға» трилогияһы» («Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш»
романдары) иң яратып уҡылған әҫәрҙәргә әйләнә, был сериал яҙыусыға Рәсәй
һәм донъя күләмендә оло дан һәм шөһрәт килтерә. Трилогия башҡорт һәм рус
телдәрендә ҙур тираждар менән ҡабат-ҡабат баҫылып сыҡты. Яҙыусының
һайланма әҫәрҙәре үҙе иҫән саҡта уҡ әле ҡат-ҡат донъя күрҙе.
1995-1996 йылдарҙа уның биш томдан торасаҡ яңы баҫмаһының тәүге ике
китабы уҡыусылар ҡулына барып етте.
1968 йылда Зәйнәб Биишеваның «Кәмһетелгәндәр» һәм «Уяныу» («Оло Эйек
буйында») романдары республикабыҙҙың Салаут Юлаев исемендәге премияһы
менән билдәләнде. 1990 йылда уға, лайыҡлыларҙың лайыҡлыһы булараҡ,
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән юғары исем бирелде.
Зәйнәб Биишева, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, бер нисә мәртәбә
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының ағзаһы, Рәсәй Федерацияһы һәм
СССР яҙыусыларының съездарына делегат итеп һайланды. Әҙәбиәт өлкәһендәге
хеҙмәттәре өсөн ул өс тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены, миҙалдар, Башҡорт
АССР-ы һәм РСФСР Юғары Советтары Президиумдарының Почет грамоталары
менән бүләкләнде.
Зәйнәб апай менән миңә заманында күп тапҡырҙар осрашырға, күңел биреп
аралашырға, интервьюлар алырға насип булды. Ә инде 1971 йылда Мәскәүҙә аспирантурала уҡыған саҡта миңә, Рәсәйҙең баш ҡалаһында яҡташтар ҡоро
рәйесе булараҡ, ул саҡтағы СССР-ҙың Үҙәк дәүләт тарих китапханаһында
Зәйнәб Биишеваның ижадына арналған уҡыусылар конференцияһын
ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ҡатнашырға тура килде. Башҡорт яҙыусыһының
ижады буйынса Мәскәүҙә ундай саралар бик һирәк ваҡиға булһа кәрәк. Унда
Зәйнәб апай үҙе лә ҡатнашты, баш ҡалала йәшәүсе улдары Юлай һәм Тельман
Әминевтәр ойоштороу эштәренең уртаһында булдылар. Мәскәүҙә уҡыусы
студенттарыбыҙ, аспиранттарыбыҙ, унда йәшәүсе яҡташтар өсөн дә был сара
онотолмаҫлыҡ бер ваҡиғаға әйләнде. 1970 йылдарҙың тынсыу атмосфераһында,
башҡорт әҙәбиәтендә ғәҙелһеҙлектәр йәшәп ятҡан дәүерҙә, оло яҙыусы ижадын
ошо рәүешле баһалау акцияһы булараҡ ул конференция 3. Биишеваның үҙе
өсөн дә, әлбиттә, ғәйәт ҙур ҡыуаныс һәм йыуаныс булды.
1983 йылдың ғинуар башында, яҙыусыға 75 йәш тулған көндәрҙә,
«Башҡортостан пионеры» (хәҙерге «Йәншишмә») гәзите мөхәрририәтенең
үтенесе буйынса, Зәйнәб Абдулла ҡыҙы менән күрешеп әңгәмәләшеп, тағы бер
интервью баҫтырып сығарҙым. Интервьюла яҙыусының тере һыны, уның
һөйләгән һүҙҙәренең интонацияһы аҙ ғына булһа ла һаҡланып ҡалған булһа
кәрәк. Шуға күрә был очеркты шул әңгәмә менән тамамламаҡсымын. Бына ул
һөйләшеү:
— Зәйнәб апай! Һеҙҙең бала сағығыҙ тураһында беҙ, китаптарығыҙҙан уҡып,
аҙмы-күпме беләбеҙ белеүен. Ләкин бала саҡ хәтирәләре мәңге шиңмәй торған
шишмә һымаҡ бит. Шуға күрә ул хаҡта тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөп үтһәк,
һәйбәт булыр ине.
— Минең бала сағым хаҡында һорайһығыҙ. Уның хаҡында тотош бер әҫәр ҙә
яҙып була. «Бала сағым бик ауыр шарттарҙа үтте», тип бер генә һөйләм менән
дә сикләнергә мөмкин. Ләкин мин ауырлыҡһыҙ тормошто, иркәләнеп, осоноп
йәшәүҙе белмәгәс, асылда сикһеҙ ауыр шарттарҙа үткән бала сағым, ғөмүмән,
тормош юлым хаҡында зарланырға яратмайым. Минең өсөн йәшәү — ул
эшләү, көс еткеһеҙ ауырлыҡтарҙы йырып сығыу, өҙлөкһөҙ көрәшеү, яныу-
көйөү, ҡыуаныу, яҡтыға, яҡшыға ынтылыу. Шунан башҡа тормошто мин
белмәйем.
Эйе, минең бала саҡ бына шундай үҙем кеүек ярлы, етем балалар өсөн хас
булған ауыр, ләкин сәләмәт шарттарҙа үтте.
Балаларымдың тормошо иһә ҡаты һуғыш, һынау йылдарына тура килде.
Балаларҙың атаһы Ғәзиз Ильяс улы Әминев һуғыштың тәүге көндәренән алып
1944 йылда хәрби сафтан сыҡҡанғаса фронтта булды. Орден һәм миҙалдар
менән наградланды. Өс тапҡыр ҡаты яра, бер контузия алып госпиталдәрҙә оҙаҡ
дауаланғандан һуң, икенсе группа инвалиды булып, өйгә ҡайтты. Миңә ул ауыр йылдарҙа инвалид иремде, етем апайымды, туғандарымдың балаларын бер
үҙем ҡарап, өс улымды аяҡҡа баҫтырыу еңел булманы.
Илебеҙ, халҡыбыҙ күргән ауырлыҡтарҙы мин дә күрҙем, мин дә күтәрештем.
Балаларым, мин теләгәнсә, киң күңелле, һәр кемгә яҡты йөҙлө, ҡунаҡсыл һәм
ихтирамлы булып үҫтеләр.
— Һеҙҙең ижадығыҙҙа, Зәйнәб апай, балалар өсөн яҙған әҫәрҙәрҙең урыны
ниндәй?
— Балалар өсөн мин хикәйәләр ҙә, әкиәттәр ҙә, повестар ҙа яҙҙым. Рус
классикаһынан һәм хәҙерге заман яҙыусыларынан иң яҡшы өлгөләрҙе тәржемә
итеп тә сығарҙым. Үҙемдең әҫәрҙәремде һайлағанда ла мин юғарыла әйтелгән
тәрбиә принциптарынан сығып эш иттем. Шуға ла ул китаптарҙа таҫма
телләнеү ҙә, ялған пафос та юҡ. Сөнки тормош уйынсыҡ та, тәтәй уйнатыу ҙа
түгел. Бала етди маҡсат менән тәрбиәләнергә тейеш. «Дуҫ булайыҡ»
повесымдағы Юлдаш менән Ҡыҙрасты йәки «Яҡтыға» трилогияһындағы Емеш,
Байрас, Алеша, Шәүрә образдарын кем бала-саға ғына тип әйтә алыр? Балалар
— уйланыусан, күҙәтеүсән, сағыштыра һәм үҙ аллы һығымта яһай белеүсе
талапсан кешеләр улар. Балалар менән етди һәм ышаныслы һөйләшә белергә
кәрәк…
Интервью тамам. Яҙыусы менән хушлашып, ҡайтырға сығам.
Кис. Өфө өҫтөндә, башҡорт ҡыҙының тәңкәле еләне шикелле аяҙ һәм яҡты
күк йөҙөндә йондоҙҙар емелдәй. Айырма шунда ғына: һауала — ғинуар
сафлығы, тирә-яҡта һәм аяҡ аҫтында — яңы яуған аҡ ҡар юрғаны. Мин яҡты,
матур баш ҡалабыҙ урамдары буйлап атлайым. Ә күңелде арҙаҡлы яҙыусы,
башҡорт халҡының талантлы ҡыҙы Зәйнәб Биишеваның үткән тормош юлы
һәм ижади хеҙмәт батырлығы менән ҡыуаныу һәм һоҡланыу тойғоһо йылыта.

Мәҡәлә:ВК.”Арҙаҡлы Башҡорттар”төркөмөнән алынды.