Бәхетеңдән – “Тамаша”!
🌿Аиткулова Венера Сабир ҡыҙы беҙҙең Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһына “Тамаша” журналын яҙҙырып бик шәп бүләк эшләгән.
Хөрмәтле Венера Сабир ҡыҙы,ныҡлы һаулыҡ, эштәрегеҙҙә уңыштар теләп барлыҡ изге теләктәрҙе юллайбыҙ.Ҙур рәхмәт һеҙгә🙏
“Тамашаһыҙ”өй- һандуғасһыҙ урман! -тип яҙылған журналға, хәҙер инде һандуғаслы китпханаға “Тамаша”журналына рәхим итегеҙ ауылдаштар.
Бәхетеңдән – Тамаша!
Минең әле осаһым бар,
Осаһым бар йыр аша.
Тик ниндәй йырҙар осрай бит,
Бәхетеңдән – тамаша!
Яңы дуҫтар табаһым бар
Киң күңел, сафлыҡ аша.
Тик ниндәй дуҫтар осрай бит,
Бәхетеңдән – тамаша!
Минең дә йәр һөйәһем бар
Йыр ҙа, моң да нур аша.
Тик ниндәй йәрҙәр осрай бит,
Бәхетеңдән – тамаша!
Йәр ташлаһа, Йыр һынатһа,
Абындиһәм дуҫ аша,
Барыһын яңынан башлармын,
Бәхетемдән – тамаша!
Теләгәнем раҫтан килеп,
Барыһы бәхеттән ашһа,
Ай, ниҙәр ҡылырмын икән?
Бәхетемдән – тамаша!
Рәмзилә ХИСАМЕТДИНОВА.
#иҫкесибайкитапханаһы
