logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старосибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Балалар һабантуйы

🌹 Балаларҙы яҡлау көнө айҡанлы “Әптерәү” һаҙында ауылыбыҙҙың Ленин һәм Шайморат урамдарында йәшәүселәр ойошторған балалар һабантуйы үтте.🌹
⚽Күркәм сарала балалар араһында ярыштар, уйындар (Зөһрә Ғәйнуллина),викторина (модель китапхана) уҙғарылды.⚽
Балаларҙы йыйыу башланғысы менән тәүгеләрҙән булып ауылыбыҙ старостаһы Зөһрә Фәтхетдин ҡыҙы Ғәйнуллина тәҡдим яһаны.Тәҡдимде урамдаштар дәррәү күтәреп алды һәм балаларға матур байрам, ял сәғәттәре бүләк итте.
⛹‍♂Ялан кескәйҙәр тауышынан гөрләп торҙо. Уйындарҙың ниндәй генә төрө уйнатылманы, “Йәшерәм яулыҡ”, “Аҡ тирәк, күк тирәк”, туп менән йүгереү кеүек уйындар ҙа булды. Сабыйҙар рәхәтләнеп йүгерештеләр, һикерҙеләр.⛹
🚴‍♂ «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” девизы аҫтында үткәрелгән ғәҙәти булмаған велоуҙыш 🚲байрамға күркәмлек өҫтәне,велосипедсылар ауылдың Шайморат һәм Ленин урамдары буйлап үтте. 🚴‍♀️
🌹Сара һуңынан ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә бүләктәр, тәмлекәстәр тапшырылды.
🌹 Бер нәмәгә ҡарамай, ваҡыттарын йәлләмәй, ошондай иҫ киткес күңелле, бай йөкмәткеле байрам ойошторған ойоштороусыларға, ярҙам ҡулы һуҙған бағыусыларға рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ! Балалар һабантуйы йыл һайын уҙып торһон, илдәр тыныс, күк йөҙө аяҙ, балалар бәхетле булып үҫһен!🌹
https://vk.com/album-66828561_293750853