logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы

📚Быйыл “Балалар китабы аҙналығы” –балалар әҙәбиәтендәге иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе – үҙенең 80 йыллығын билдәләй. 📚. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сараның тәүге исемен Лев Кассиль уйлап сығарған – 1943 йылдың 26 мартында Мәскәүҙә яҙыусылар һәм уҡыусылар араһында ҙур осрашыу була. Ә 1944 йылдан бер көн генә әҙ булыуы асыҡлана һәм балалар китабы көнө аҙналыҡ итеп үткәрелә башлана.
📚Бөтә донъя шиғриәт көнөн һәм китап аҙналығын берләштергән сара, 1 класс уҡыусыларын (класс етәкселәре Утарбаева Альбина Вәлит ҡыҙы) китаптар донъяһына мауыҡтырғыс сәйәхәткә саҡырҙы: китапхананың төп ҡағиҙәләре, шулай уҡ балаларға китаптар менән дөрөҫ эш итеү, китаптарҙы нисек һайлау һәм абонементта, уҡыу залында үҙеңде нисек тотоу ҡағиҙәләре, сағыу биҙәлгән китап күргәҙмәләре, яңы китаптар менән танышты.📚
Әкиәттәр буйынса викторина ла ҡыҙыҡлы, файҙалы булды. Барыһы ла бергәләп йомаҡтарҙы систе, викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙе, балалар шағирҙарын, шиғырҙарын иҫкә алды.