logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы

📚Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһында Балалар китабы аҙналығы сиктәрендә үткәрелгән китапхана дәресе 2 класс уҡыусыларын (Класс етәксеһе Ғәбитова Рәзилә Рәжәп ҡыҙы) китап иленә һәм әкиәт һуҡмаҡтарына сәйәхәткә саҡырҙы. 📚
Балалар бындай ғәҙәти булмаған байрамдың барлыҡҡа килеү тарихын белде, яңы китаптар менән танышты һәм уйын программаһында ҙур теләк менән ҡатнашып, «Геройҙы таны», «Әкиәтте иҫкә төшөр» викторина һорауҙарына ихлас яуап бирҙе.
📚Сара балалар күңелендә китапка ҡарата мәхәббәт һәм һаксыл ҡараш тәрбиәләр, һөйләү телен, фикерләү һәләтен үҫтереүгә ҙур ярҙамсы булыр, ҡыҙыҡлы китаптар һәм уларҙың геройҙары менән осрашыуҙар шатлыҡ килтерер, тип ышанабыҙ.📚