Балалар менән Башҡорт телендә.
Китапханға ҡунаҡҡа, “Сулпылар” балар баҡсаһынан кескәй ҡунаҡтар килде.
Бәләкәстәр менән башҡорт теленең матур үҙенсәлектәре тураһында,телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу яратыу тураһында һөйләштек.Илебеҙҙә татыу берҙәм булып йәшәгән төрлө милләт халҡының, милли кейемдәрен ҡараныҡ. Орнаменттарын сағыштырҙыҡ.
Тәрбиәселәре Ләйсән Сәлих ҡыҙы Ғайсарова,Фәниә Вилүр ҡыҙы Хөсәйенова,
Регина Вилор ҡыҙы Хиҙийәтова менән килгән кескәйҙәр “Китапханаға китап бүләк ит” акцияһында ла ҡушылды.
Эй, афариндар ҙа инде үҙҙәре.


