🌿Балалар тураһында мәҡәлдәр.
2026 йыл Башҡортостанда
«Ҙур һәм татыу ғаилә йылы»
🌿Бала бар ерҙә батша юҡ.
🌿Бала – ата-инәгә алтын бағана.
🌿Бала ҡәҙерен әсә белер, ил ҡәҙерен ир белер.
🌿Бала күрмәгән – балдан ауыҙ итмәгән.
🌿Бала ҡарыныңда саҡта – эсеңә ауыр, өйҙә саҡта – башыңа ауыр, ситкә китһә – йәнеңә ауыр.
🌿Балалы тормош – мең хәсрәт, балаһыҙ – бер хәсрәт.
🌿Балаһыҙ кеше кеше һөйләр, балалы кеше балаһын һөйләр.
🌿Баланан бәхетең булһа – ҡарт көнөңдә йәш итер,
🌿Баланан бәхетең булмаһа – иртә йәштән ҡарт итер.
🌿Балһыҙ гөлгә ҡорт ҡунмаҫ, балаһыҙ йортҡа ҡот ҡунмаҫ.
🌿Ул – һөйөнөс, ҡыҙ – ҡыуаныс.
🌿Ир бала – йортҡа терәк.
🌿Малайға тәрбиә биреп – ил тәрбиәләйһең,
🌿Ҡыҙға тәрбиә биреп – милләт тәрбиәләйһең.
