БАР ИНЕ ЕЛЛЕ САКТАР…
Аҙбар башы бүлмәм булды,
Яҫтығым булды бесән,
Һулар һауам да шул бесән…
Шуға ла бөгөн иҫән.
Таңда әтәс ҡысҡырыуға
Эттәр йыр һуҙа ине.
Шунан ауыл оркестры
Ҡыҙғандан-ҡыҙа ине…
Кис етеүгә гармун моңо
Саҡырып торор ине.
Ҡыҙҙар ауларға егеттәр
Пландар ҡорор ине…
Эх, бар ине ҡыҙ майлауҙар,
Ҡыҙҙар егет һайлауҙар,
Аҙбар башында аунауҙар,
Ҡыҙ йөрәген яулауҙар…
Аҙбар башы бүлмәм ине,
Яҫтығым ине бесән…
Хәҙер бына, хет сәсрәп кит,
Сығармай мине бисәм.
Бөгөн дә кис сығармаһа,
Аҙбар башына күсәм…
Зөфәр Вәлит.
#иҫкесибайкитапханаһы
#Библиолето_2036
