“Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!”

Бөйөк Ватан һуғышы дәүерендәге “Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла Еңеү өсөн!” тигән лозунг күптәргә таныш. Махсус хәрби операция башланғас, әлеге лозунг тағын да яңы төҫмөр алды, тиһәк тә була.Бар халыҡ берҙәм булып махсус хәрби операция зонаһында булған хәрбиҙәргә булғанса ярҙам итеү ысулдарын эҙләй башланылар.

Был изге эштән беҙҙең ауыл да ситтә ҡалманы. Яугирҙәргә кәрәк-яраҡтар менән беҙҙең райондан бер нисә тапҡыр гуманитар ярҙам оҙатылды, беҙ ҙә береһендә лә ситтә ҡалманыҡ. Тиҙҙән тағы ла сираттағыһы оҙатыласаҡ, әлеге ваҡытта битараф булмаған ауылдаштар ҡулдан килгәнсе гуманитар ярҙам әҙерләй.

Ауыл ойошмалары һәм коллективтары маскировка селтәрен үрҙеләр, ойоҡ баштар, йылы курткалар, бишбармаҡ, сөсө икмәк әҙерләнеләр, финанс ярҙам күрһәттеләр. Егеттәрҙең ғәиләләрен утын менән тәьмин итәләр.Ошо эштә әүҙем ҡатнашҡан ауыл халҡыма рәхмәтемде еткерәм.

Ерҙә киң күңелле, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған йомарт кешеләр булған саҡта яҡты киләсәккә ышаныс һәм өмөт бар, беҙ берҙәмлек менән көслөбөҙ.
