Барыһы ла тыныслыҡ өсөн.
Оло йөрәкле ирекмән ауылдаштарыбыҙ, ветерандар советы һәм ауылыбыҙ администрацияһы менән берлектә,махсус хәрби операция башланған көндән алып, яугирҙәребеҙгә ярҙам итеүҙән туҡтамай.
Әле лә, батырҙарыбыҙ өсөн «йылы» ылау әҙерләй. Һәр бер йөйгә изге теләктәрен теләп, күҙ нурҙарын түгеп бәйләнгән йөн ойоҡтар яугир яҡташтарыбыҙҙың йөрәктәрен йылытыр, тип ышана улар.
Барыһы ла тыныслыҡ өсөн.

