logo
Районное муниципальное бюджетное учреждение культуры
" Старо-сибайская сельская модельная библиотека"
филиал Баймакской межпоселенческой центральной библиотеки
Режим работы учреждения:
с 8.30 до 17.30
Суббота,Воскресенье - выходной

Е-mail:
Тел:

«Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары»

🍁Иҫке Сибай ауылы модель китапханаһы
автор-төҙөүсе Ф. А. Нәҙершинаның
«Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары»китабын тәҡдим итә.
Был йыйынтыҡҡа
мифологик һәм тарихи йөкмәткеле башҡорт риүәйәттәре һәм легендалары индерелде.
Халыҡтың үҙенсәлекле тормошона, тарихына ҡараған төшөнсәләрҙе, риүәйәт, легендаларҙың мәғәнәһен мөмкин тиклем тулы килеш еткерергә тырышты.

БӘЙҒӘМБӘР ТАШЫ

Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылынан ике саҡрым алыҫлыҡта, Бирмәҫ йылғаһы буйында, бейек ҡая таш бар. Шул таштың итәгендә кеше аяғының эҙе бар.Береһе ҙур эҙ,береһе- бәләкәй бала аяғының юлы. Бик эҫе ваҡытта, хатта таштар иреп яткан бер саҡта, Мөхәммәт бәйғәмбәр бер улы менән тау башынан шунда һикергән икән, тип һөйләйҙәр ауыл кешеләре.

Ул таш изге һанала. Юлдан үтеп йөрөүсе кешеләр, йәше-ҡарты, шул таш эргәһендә тукталып китәләр. Ҙур аяҡ эҙенә сәскә, еләк, муйыл, бик булмаһа, матурыраҡ таш киҫәге булһа ла һалып уҙалар. Икенсе аяғының эҙе ауылда, йылға буйында.